Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
27 Ноябрь 2025, 02:38

Яугирҙәребеҙ өсөн – окоп шәмдәре

Аҙнай ауылы ирекмәндәре МХО-лағыларға даими рәүештә ярҙам күрһәтә

Яугирҙәребеҙ өсөн – окоп шәмдәреЯугирҙәребеҙ өсөн – окоп шәмдәре
Яугирҙәребеҙ өсөн – окоп шәмдәре

Консерва банкаһы, ҡатырға, парафин ярҙамында окоп шәмдәрен яһап ебәреүселәр районыбыҙҙа байтаҡ, изге эшкә ҡушылыусылар артҡандан арта. Ни тиһәң дә, һалҡын осорҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә окоп шәмдәре айырыуса кәрәк. Ул яҡтылыҡ сығанағы ғына түгел, уның ярҙамында аҙыҡты йәки сәйҙе эҫетеп алырға, хатта йылынырға ла мөмкин.

Аҙнай ирекмәндәре маскировка селтәрҙәре үреүҙән бушап торған арала, окоп шәмдәре`әҙерләргә ниәтләне. “Башҡалар эшләй, беҙ ҙә булдырасаҡбыҙ”,  тине улар. Иң тәүҙә  йыйылған аҡсаға 25 кг парафин һатып алынды һәм кәрәкле материалдар әҙерләнде.

Окп шәме әҙерләүе бик ябай.  Ул ҡалай банка, ҡатырға һәм парафиндан тора. Ирекмәндәр эш барышында парафинды иретте, шунан ҡатырға ҡағыҙҙан филтә ҡырҡып һәр банканың эсенә ҡуйып сыҡты, артабан өҫтөнә иретелгән парафинды ҡойҙо. Окоп шәме әҙерләгәндә балауыҙ ҙа ҡушыла, был ҡором әҙерәк сығарһын өсөн кәрәк. Шулай итеп, бер нисә сәғәт эсендә  55  окоп шәме әҙер ҙә булды. Хәҙер инде уны яугирҙәргә тапшыраһы ғына ҡалды.

Ауыл ирекмәндәре шулай уҡ алғы һыҙыҡта йөрөгән ир-егеттәргә ярҙам йөҙөнән икмәкте киптереп, сохарый ҙа әҙерләне. Был маҡсатта егерме буханка икмәк тотонолдо. Изге теләктәр ҡушып әҙерләнгән ризыҡ һәм окоп шәмдәре батырҙарыбыҙҙың һалҡын окоптарын, күңелдәрен йылытһын, тыуған яҡтың йылыһын еткерһен һәм иң мөһиме донъяларҙа тыныслыҡ урынлашһын.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

Яугирҙәребеҙ өсөн – окоп шәмдәре
Яугирҙәребеҙ өсөн – окоп шәмдәре
Яугирҙәребеҙ өсөн – окоп шәмдәре
Яугирҙәребеҙ өсөн – окоп шәмдәре
Яугирҙәребеҙ өсөн – окоп шәмдәре
Автор:Гумерова Л
Читайте нас