Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
28 Ноябрь 2025, 08:32

“Аҡмулла уҡыуҙары” үтте

Шиғыр бәйгеһендә районыбыҙҙың ун бер мәктәбенән барлығы 25-ләп уҡыусы ҡатнашты

“Аҡмулла уҡыуҙары” үтте“Аҡмулла уҡыуҙары” үтте
“Аҡмулла уҡыуҙары” үтте

Бишбүләк 1-cе урта мәктәбендә “Аҡмулла уҡыуҙары” үтте. Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла иҫтәлегенә уҙғарылған шиғриәт кисәһендә район уҡыусылары был юлы ла һынатманы. Ижади, рух байрамына майҙан тоторға 25-ләгән бәйгесе сыҡты.

-Беҙҙең күрше районда тыуып-үҫкән шағир-мәғрифәтсе, фәлсәфәсе, алдынғы ҡарашлы аҡыл эйәһе Мифтахетдин Аҡмулланың бик бай ижади мираҫ ҡалдырған. Киләһе йылда шағирҙың юбилейы көтөлә, уны ҙурлап билдәләйәсәкбеҙ, - тине Урал Риза улы һәм уҡыусыларға сығыштарында уңыштар теләне.

Был бәйгегә күп кенә уҡыусыларҙың ихлас әҙерләнеп килеүе шатландырҙы. Уларҙың һәр береһе оҫталығын күрһәтте, тасури итеп һөйләргә тырышты.  Күп кенә балалар шиғирҙең һәр кемгә яҡшы таныш “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк” шиғырын һайлағайны. Шиғырҙы тырышып ятлаған өсөн, ҡыйыулыҡ табып тыңлаусылар алдына сығып телмәр тотҡаны өсөн һәммәһе лә маҡтауға лайыҡ. Нимәһе ҡыуаныслы: башҡорт телендә һөйләшә белмәгән уҡыусылар ҙа үҙҙәре теләп ҡатнаштылар һәм бик матур сығыш яһанылар. Мәҫәлән, Бишбүләк 1-се мәктәбенән Полина Данилованың сығышы бик матур булды. Бәлки, шуға күрәлер ҙә жюри ағзаларына -  туған телдәр буйынса район методисы Г.Д.Фәйрушинаға, башҡорт теле буйынса район методик берләшмәһе етәксеһе Р.С. Тихоноваға, башланғыс кластар уҡытыусыһы Д.М.Батраеваға еңеүселәрҙе билдәләү еңел булманы.

Еңеүселәргә өс урын билдәләнде, бүләктәр тапшырылды. Ҡалған уҡыусыларҙың барыһы ла ҡатнашҡандары өсөн мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталарын, “Аманат” журналы һәм календарҙар алып ҡыуанды. “Аҡмулла уҡыуҙары”нда Айыт урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Халикова Лиянаға еткәндәр булманы. Ул 1-се урын яулаусы! Уның ҡустыһы Ленар ҙа (Ҡаныҡай мәктәбе, 4-се класс) ““Башҡорттарым, уҡыу кәрәк”” шиғырын еренә еткереп һөйләне. Лайыҡлы сығыш яһаусы Хафизова Ранелия (Айыт мәктәбе, 4 класс), Абайҙуллина Лидияна (Дим урта мәктәбе, 7 класс), Ниғәмәтйәнова Ләйсән (Бишбүләк 1-се урта мәктәбе, 9 кл) һәм Ғабдуллина Гүзәл (Уҫаҡ-Кисеү мәктәбе, 9 класс), шулай уҡ Камалетдинова Әлмирә (Бишбүләк 3-сө урта мәктәбе, 9 класс) иң яҡшылары тип билдәләнде. Айыт урта мәктәбе уҡыусыһы Радмила Сәфәрғәлиева “М.Аҡмулланың “Нәсихәттәр”ен һоҡланғыс итеп һөйләп, яттан шиғыр һөйләү бәйгеһен йомғаҡланы. Уға “Афарин!” тибеҙ.

Бындай шиғыр конкурстарында еңеү яулаған уҡыусылар “Мең ырыуҙары” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы тарафынан билдәләнә. Был юлы һәләтле уҡыусыларға дипломдар һәм бүләктәрҙе район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Булат Ноғоманов һәм “Дим буйҙары” гәзитенең хәбәрсеһе Ләйлә Ғүмәрова тапшырҙы. 

Район кимәлендәге бындай конкурстарҙы ойоштороуҙа яҡташыбыҙ, “Мең ырыуҙары” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Алфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов ҙур ярҙам күрһәтә. Ул туған телде ихлас өйрәнгән һәм уҡыуҙа уңыштарға ирешкән ете уҡыусыға “Мең ырыуы” премияһын тапшырҙы. Бына улар: Ниғәмәтйәнова Ләйсән һәм Хоҙайбирҙиев Асҡар (Бишбүләк 1-cе мәктәбе), Абайҙуллина Лидиана, Камалетдинова Әлмирә (Бишбүләк 3-cө мәктәбе), Ғәйзуллина Зилә (Йылбулаҡтамаҡ мәктәбе), Хафизова Ранелия (Айыт мәктәбе), Мөхәмәтханова Рита (Уҫаҡ-Кисеү мәктәбе).

-“Аҡмулла уҡыуҙары”ның район этабы үтте, әлеге сарала еңгән уҡыусылар 5 декабрҙә “Турахан” визит үҙәгендә үтәсәк төбәк-ара шиғыр конкурсында ҡатнашасаҡ, уларға артабан да уңыштар теләйем, - тине Альфред Әхтәм улы.

Яҡтылыҡҡа өндәүсе сәсән Мифтахетдин Аҡмулланың аҡ һүҙҙәре һәр беребеҙҙең күңелендә аманат, нәсихәт булып йәшәһен.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.

 

“Аҡмулла уҡыуҙары” үтте
“Аҡмулла уҡыуҙары” үтте
“Аҡмулла уҡыуҙары” үтте
“Аҡмулла уҡыуҙары” үтте
“Аҡмулла уҡыуҙары” үтте
“Аҡмулла уҡыуҙары” үтте
“Аҡмулла уҡыуҙары” үтте
“Аҡмулла уҡыуҙары” үтте
Автор:Гумерова Л
Читайте нас