

Дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә Архангел районында “Инйәр яйлаһы” (“Инзерское плато”) ғаилә ял базаһы төҙөләсәк. Компани- Инвестор – Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы оҙатыуында сауҙаһыҙ ҡуртымға ер алды, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтендә.
Был “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) маҡсаттарына тап килә.
Инвестициялар күләме 620 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк, яңы эш урындары һаны – 17. Ял базаһы биләмәһендә модулле йорттар, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, реабилитация комплексы, һаулыҡ һуҡмаҡтары, спорт майҙансыҡтары һәм башҡа күп нәмәләр урынлаштырыу планлаштырыла.
– Төбәктә инвесторҙарға ярҙам итеүҙең күп кимәлле системаһы булдырылды. Беҙҙең команда “бизнес ваҡыты табышҡа эшләргә тейеш” тигән фекерҙе уртаҡлаша. Шуға күрә инвесторҙар үҫешкә иғтибарҙы туплай алһын өсөн төбәктә административ процестар ябайлаштырыла. Мәҫәлән, Корпорация белгестәре “Инвестиция сәғәте” проекта проектты презентациялау һәм дәүләт ярҙамы алыу өсөн документтар әҙерләгән. Проект өсөн инвесторға 3,6 гектар майҙанда ер участкаһы бүленде, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.
2027 йылдың аҙағына ял базаһын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылған.
Рамилә Мусина фотоһы.
bashgazet.ru