Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
2 Декабрь 2025, 16:44

Ирекмәнлек уларҙың йөрәгендә

Сухоречка ауыл Советы биләмәһендә эшләп килгән "Мораҙым шишмәләре" ирекмәндәр штабы МХО-лағыларға ҙур ярҙам күрһәтә

Ирекмәнлек уларҙың йөрәгендәИрекмәнлек уларҙың йөрәгендә
Ирекмәнлек уларҙың йөрәгендә

Ауыл ирекмәндәренең, һәр саҡтағыса, һәр ҡайһыһына эш етерлек. "Беҙҙе ҡотҡарыусыбыҙға ҙур рәхмәт", - ти, ҡатын-ҡыҙҙар, сөнки оҫта Марат Мирғәсим улы Миңлеғәлиев, һәр ваҡыттағыса саҡырыу менән  клубҡа теген машинаһын йүнәтергә килеп етә. Ул бының менән генә сикләнмәй, профессиональ рәүештә теген машинаһын йыя һәм ремонтлай.

- Яҡташыбыҙ Альберт Ғәлиев (Ырымбур - Сухоречка) Ырымбурҙан МХО-ға юлланыр алдынан беҙгә ошо машинаны алып килде. Бындай бүләк өсөн уға ысын күңелдән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Хәҙер антидрон юрғандарҙы тегеү буйынса эштәр йылдам барасаҡ, - тип изге теләктәрен еткерә ауыл ҡатындары. 

Ирекмәндәр Бишбүләктәге "Теремок" кафеһына тыуған яҡтың шифалы үләндәренән сәй - 590 бер тапҡыр ҡулланыла торған пакет әҙерләп илткәндәр. Һатыуҙан килгән аҡсаны туранан-тура "Бөтәһе лә фронт өсөн-Бишбүләк" иҫәбенә күсергәндәр. Шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташ егеткә 600 дана оҙаҡ яныусы шырпылар, 94 комплект ҡоро душ, һәм шифалы үләндәрҙән 600 пакет сәй әҙерләп ебәргәндәр. 

Ауыл халҡы өсөн магазинға "Изгелек ҡумтаһы" ҡуйылған. Һәр кем унда яугирҙар өсөн кәрәкле әйберҙәр һала ала.

https://vk.com/club176260740

 

Ирекмәнлек уларҙың йөрәгендә
Ирекмәнлек уларҙың йөрәгендә
Ирекмәнлек уларҙың йөрәгендә
Ирекмәнлек уларҙың йөрәгендә
Ирекмәнлек уларҙың йөрәгендә
Автор:
Читайте нас