+28 °С
Болотло


Бишбүләк ауылының Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжы Бишбүләк ауылындағы филиалы уҡытыусылары һәм уҡыусылары «изге эштәр аҙналығы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. әленән-әле был уҡыу йорто студенттары һәм педагогтар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға посылкалар әҙерләп ебәрә. Ҡул эштәренә маһирҡыҙҙар яугирҙәребеҙ өсөн йылы ойоҡбаш бәйләй. Шулай уҡ изге теләктәр ҡушып яҙылған хаттар һалдаттарға тыуған яҡ сәләме булып ирешһен, Еңеүгә дәртләндерһен.
https://vk.com/public95382440