

Быйыл Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы эштәр һөҙөмтәһендә өс күпер реконструкцияланды, тип хәбәр итә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.
Туймазы районында Ыҡ йылғаһы, Ауырғазы районында Түрһәгәҙе йылғаһы һәм Ҡырмыҫҡалы районында бәләкәй йылға аша күпер ҡоролмалары тәртипкә килтерелгән. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 291 метр тәшкил итә. Ыҡ аша күперҙе рәтләү эштәре бер йылға алдан башҡарылған.
– Был күперҙәр авария хәлендә һәм хәрәкәт итеү өсөн хәүефле ине. Күпер эшселәре күләмле үҙгәртеп ҡороу эштәре үткәрҙе. Хәҙер күперҙәр хәүефһеҙ һәм йөрөүгә уңайлыға әйләнде, - ти Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Быйыл “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса оҙонлоғо 1260 метрҙан ашыу булған 15 яһалма ҡоролманы сафҡа индереү планлаштырыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйылдан РФ Президенты В.В.Путин ҡарары менән яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Мәғлүмәт сығанағы, фото: transport.bashkortostan.ru/presscenter/news/773653/
bashgazet.ru