Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
6 Декабрь 2025, 16:23

Афарин, уҡыусылар!

"Аҡмулла - яҡтылыҡ йырсыһы" төбәк- ара конкурсында иң һәләтле шиғыр һөйләүселәр асыҡланды

Афарин, уҡыусылар!Афарин, уҡыусылар!
Афарин, уҡыусылар!

5 декабрҙә Шишмә районында урынлашҡан Евразия күсмә цивилизациялар музейының Турахан Визит үҙәгендә бөйөк шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың ижади мираҫына һәм Башҡорт теле көнөнә бағышланған "Аҡмулла - яҡтылыҡ йырсыһы" төбәк- ара конкурсы уҙғарылды.

"Мең ырыуҙары" йәмәғәт ойошмаһы Советы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған конкурста ун райондан 22 уҡыусы ҡатнашты.

Алдан мәғлүмәт биреүебеҙсә, М.Аҡмулланың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса иң тәүҙә муниципаль район этабы уҙғарылды. Иң яҡшы сығыш яһаусылар төбәк-ара конкурсҡа барасаҡ ине. Беҙҙең райондан өс уҡыусыға әлеге бәйгелә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Айыт мәктәбенән ике ҡыҙ – 6-cы класс уҡыусыһы Халиҡова Лияна һәм 10-сы класс уҡыусыһы Сәфәрғәлиева Радмила (етәкселәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Э.М.Мөхтәсимова), шулай уҡ Ҡаныҡай башланғыс мәктәбенән 4-cе класс уҡыусыһы Халиҡов Ленар (етәксеһе башланғыс кластар уҡытыусыһы Д.М.Батраева) сығыш яһаны. Майҙан тотоусылар араһында улар үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеп, жюри ағзаларының маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булды. Халиҡов Ленар I дәрәжә диплом, ә Сәфәрғәлиева Радмила II дәрәжәле диплом менән бүләкләнде.

Уҡыусыларҙы, уларҙы конкурсҡа әҙерләүсе уҡытыусыларҙы ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ! Артабан да яңынан-яңы еңеүҙәр яулауҙарын теләйбеҙ!

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

 

Афарин, уҡыусылар!
Афарин, уҡыусылар!
Афарин, уҡыусылар!
Афарин, уҡыусылар!
Автор:Гумерова Л
Читайте нас