Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
7 Декабрь 2025, 18:03

Үзбәкстан эшҡыуарҙары Башҡортостанда картуф үҫтерәсәк

Яҡын сит илдәрҙең эшлекле партнерҙары Салауат, Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондарында 500 гектар ауыл хужалығы ерҙәрен ҡуртымға алырға ниәтләй.

Үзбәкстан эшҡыуарҙары Башҡортостанда картуф үҫтерәсәкҮзбәкстан эшҡыуарҙары Башҡортостанда картуф үҫтерәсәк
Үзбәкстан эшҡыуарҙары Башҡортостанда картуф үҫтерәсәк

Үзбәкстан Республикаһының Наманган өлкәһе инвесторҙары Башҡортостанда ҙур йәшелсәселек хужалығын булдырыуҙы финанслай. Яҡын сит илдәрҙең эшлекле партнерҙары Салауат, Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондарында 500 гектар ауыл хужалығы ерҙәрен ҡуртымға алырға ниәтләй, тип хәбәр итә республика Хөкүмәте. Уларға картуф һәм йәшелсә-емеш сәселәсәк. Башланғыс «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Сәсеү майҙандарын ҡарауҙы үҙ эсенә алған Үзбәкстан эшҡыуарҙарының сәфәре аныҡ килешеүҙәр менән тамамланды. Ғинуарҙа уҡ республикаға юридик шәхесте теркәү өсөн эшсе төркөм киләсәк. Башҡортостан үҙ яғынан компанияны асыуҙың тиҙләтелгән процедураһына булышлыҡ итәсәк.

 — Ҡуртым буйынса килешеүҙәр - Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында ныҡлы партнерлыҡ мөнәсәбәттәренең практик һөҙөмтәһе ул. Был ҙур инвестиция проекты аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген нығытасаҡ ҡына түгел, ә яңы эш урындары булдырасаҡ, республиканың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү өсөн өҫтәмә стимул бирәсәк. Үзбәкстан республиканың тышҡы сауҙа әйләнешендә 4,4 процент өлөш менән етенсе урынды тотороҡло биләй, - ти Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Яңы проектты ойоштороу-хоҡуҡи оҙатыу мәсьәләләре республиканың Үҫеш корпорацияһы менән берлектә өйрәнеләсәк.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

bashgazet.ru

 

Үзбәкстан эшҡыуарҙары Башҡортостанда картуф үҫтерәсәк
Үзбәкстан эшҡыуарҙары Башҡортостанда картуф үҫтерәсәк
Автор:
Читайте нас