Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
9 Декабрь 2025, 04:55

Бөрйәндә яңы ФАП асылды

Ул Тимер ауылы халҡын хеҙмәтләндерә.

Бөрйәндә яңы ФАП асылдыБөрйәндә яңы ФАП асылды
Бөрйәндә яңы ФАП асылды

Яңы медицина пункты “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу айҡанлы барлыҡҡа килде, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Ул заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, хеҙмәткәрҙәргә уңайлы эш шарттары булдырылған. Бында фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар һәм ҡорамалдар, йыйыштырыу әйберҙәрен һаҡлау бүлмәләре бар. 

– ФАП Тимер ауылында йәшәгән 269 кешегә медицина ярҙамы күрһәтә ала, – ти фельдшер Розалия Мырҙабаева.

Халыҡҡа һанлы медицина хеҙмәттәре күрһәтеү мөмкинлеге лә бар. Фельдшер ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ тураһында белешмә аса, электрон рецепт яҙып бирә, табип менән телемедицина консультацияһы үткәрә һәм, артабан тикшерелеү үтһен өсөн, пациентҡа ҡағылышлы мәғлүмәтте медицина учреждениеларына ебәрә ала.

РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса, быйылдан яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/775007/

bashgazet.ru

Бөрйәндә яңы ФАП асылды
Бөрйәндә яңы ФАП асылды
Автор:
Читайте нас