

Был ауыр көндәрҙә, илебеҙ үҙ мәнфәғәттәрен яҡлағанда, махсус хәрби операция зонаһындағы батыр яҡташтарыбыҙ үҙҙәрен ысын патриот итеп күрһәтә, олатайҙарыбыҙҙың юлын лайыҡлы дауам итәләр. Уларҙың һәр береһе, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, Ватанды һаҡлауға үҙенең баһалап бөткөһөҙ өлөшөн индерә, барыбыҙ өсөн дә хәүефһеҙлек һәм тыныс киләсәк тәьмин итә. Махсус хәрби операцияның ҡырыҫ шаттарында, көн һайын ныҡлыҡ, сыҙамлыҡ талап ителгән мәлдә, үҙҙәренең батырлығы һәм оптимизмы менән ысын маяҡҡа әйләнгән кешеләр бар.
Шундай геройҙарҙың береһе — «Булыч» позывнойлы йәш кешенең тарихын һөйләргә теләйем. Уның Ватанды һаҡлауға барыу юлы - бурысы, ғаиләһе һәм ҡаҡшамаҫ ихтыяры тураһында тарих. Ул 1991 йылдың 11 авгусында Дүсән ауылында тыуған. Бала саҡтан ул аҡыллы, ихлас һәм күңелле егет булып үҫә, бәләкәйҙән эшкә өйрәнгән. Бала сағында сыныҡҡан сифаттары һуңынан иң ҡаты һынауҙарҙа уға таяныс булып тора. 2008 йылда егет урта мәктәпте уңышлы тамамлай һәм Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Әммә яҙмыш башҡаса хәл итә: икенсе курста уны армияға саҡыралар. Ул һайлаған «Сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө» һөнәре яңы була һәм аккредитация үтмәй, был уҡыуҙы туҡтатыуға сәбәп була. Хеҙмәтен Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһындағы 950-се реактив артиллерия полкында үтә. 2011 йылдың майында хәрби бурысын үтәп, запасҡа топогеодезия бүлексәһе командиры вазифаһында китә.
Армиянан һуң егет уҡыуын дауам итә һәм 2014 йылда диплом ала. Өфөлә биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы тикшереү буйынса инженер булып эшләй башлай. Әммә яңылыҡҡа ынтылыш һәм ғаиләне тәьмин итеү теләге уны Төньяҡта вахта ысулы менән эшләргә мәжбүр итә. Яҡташыбыҙ Усинскиҙа төҙөлөштә мастер булып эшләй, ә һуңынан, килеп тыуған шарттар буйынса, Нижневартовскиҙа помбур булып эшкә урынлаша, мобилизацияға тиклем шунда эшләй.
2016 йылда яҡташыбыҙҙың тормош юлында үҙ яртыһын осрата. Уларҙың танышыуы сәфәрҙәрҙән башлана: егет ҡыҙҙы Өфөгә алып барып, вахта-ара осорҙа кире ҡайтара. Шулай итеп уларҙың мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килә һәм күңелле туй менән тамамлана. Бөгөн улар ике матур ҡыҙҙың бәхетле ата-әсәһе. 2022 йылдың 25 сентябрендә тормош ҡырҡа үҙгәрә ғаилә башлығы мобилизациялана. Был уның яҡындары өсөн иң ауыр мәл була, сөнки ҡайҙа һәм күпмегә эләгеүеңде белмәйенсә, ғаиләңде ташлап китеү — ҙур һынау. Айырыуса тәүге осор еңелдән булмай. Улар сик аша сыҡҡандан һуң, телефондар һүндерелә, һәм туғандары менән бәйләнеш өҙөлә. Әммә яйлап яугирҙар яңы шарттарға яраҡлаша. Яҡташыбыҙҙың взводы «объектты» иһаҡлау өсөн яуаплы була.
Уларҙың бурысы - дошмандың диверсия-разведка төркөмдәренең үтеп инеүен туҡтатыу һәм булдырмау, шулай уҡ һуңғы ваҡытта айырыуса йыш осраған дрондарҙың һөжүменән һаҡлау, көндөҙ ҙә, төндә лә һөжүм итеү. Ауыр хеҙмәт шарттарына ҡарамаҫтан, яҡташыбыҙ оптимистик рухын юғалтмай. Ул элеккесә шуҡ һәм бик яҡшы юмор тойғоһо менән айырылып тора, был уға һәм уның иптәштәре ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Ул күп һынауҙар аша үткән. Уның фиҙакәрлеге һәм профессионализмы бер нисә лайыҡлы наградалар менән билдәләнә: «Хәрби батырлығы өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдары һәм махсус хәрби операция барышында хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Жуков миҙалы. Уның өсөн батырлыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ символы булған Жуков миҙалы айырыуса ҡиммәтле була.
Дүрт йыл хеҙмәт итеү - күп ваҡыт, бигерәк тә отпуск һирәк һәм күптән көтөлгән мөмкинлеккә әйләнгән шарттарҙа. Беҙҙең герой бер нисә тапҡыр өйөнә ҡайта. Бындай ялдарҙың береһе ҡыҙҙарының тыуған көнөнә тап килә: икеһе лә март айында тыуған. Ә тағы бер тапҡыр уға үҙенең тыуған көнөн ғаилә мөхитендә ҡаршылау бәхете тейә. Әммә хатта иң ҡаты шарттарҙа ла яҡташыбыҙ үҙенең төп сифатын — юмор хисен юғалтмай. Ул хеҙмәтенең тәүге көндәрен, ваҡытлыса һыйыныу урынын сысҡандар менән бүлешергә тура килгәнен йылмайып иҫкә ала.
- Ҡайһы берҙә төндә уянаһың, ә юрған аҫтында сысҡан бәргеләнә, — тип һөйләй ул еңелсә ирония менән. Ваҡыт үтеү менән, көнкүреш яйға һалына, уларға йөнтәҫ дуҫтары — бесәйҙәр ҡушыла, улар яугирҙәргә ваҡытлыса уңайлылыҡ һәм йылылыҡ тыуҙыра.
Өйҙә уны яҡындары: яратҡан ата-әсәһе, тоғро ҡатыны һәм ике ҡыҙы түҙемһеҙлек менән көтә. Уларҙың мөхәббәте һәм ярҙамы — уға бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән күҙгә күренмәгән көс. Тыуған мәктәбендә уны хәтерләйҙәр һәм ғорурланалар. Уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ауыл халҡы уның әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Һәммәһе лә яугирҙең иҫән-имен ҡайтып, уның йылмайыуын һәм йоғошло көлөүен тағы күрергә теләй. Беҙҙең яҡташыбыҙ - үрнәк, батырлығы һәм сыҙамлығы тәрән ихтирамға лайыҡ булған заман геройы. Беҙ уның яҡындарының теләктәренә ҡушылабыҙ: Еңеү менән тиҙерәк өйөнә ҡайтһын!
Ғәзи МӨХӘМӘТОВ.