Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
12 Декабрь 2025, 10:13

Башҡортостан буйлап сәйәхәт өсөн аҡса түләнә

Республикала «Турист картаһы» системаһы индерелә башланы. 

Башҡортостан буйлап сәйәхәт өсөн аҡса түләнәБашҡортостан буйлап сәйәхәт өсөн аҡса түләнә
Башҡортостан буйлап сәйәхәт өсөн аҡса түләнә

«Проект туристик хеҙмәттәр өсөн түләгәндә һәм сувенирҙар һатып алғанда кешбэк алырға мөмкинлек биргән уңайлы инструмент булып тора. Был Башҡортостан буйлап сәйәхәттәрҙе иҫтә ҡалырлыҡ ҡына түгел, файҙалы итеү өсөн дә бик яҡшы ысул», – тип белдерҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Программа менән Башҡортостанда йәшәүселәр, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән ҡунаҡтар ҡуллана ала. Проектта ҡатнашыу өсөн «Мир» түләү картаһы булырға һәм «Терра Башҡортостан» сайтында теркәлергә кәрәк.

Теркәлгәндән һуң ҡулланыусылар туристик хеҙмәттәр өсөн түләгәндә кешбэк алырға, туризм өлкәһендә махсус акциялар менән файҙаланырға, Башҡортостандың туристик тармағы менән бәйле сувенирҙар һәм башҡа тауарҙар һатып алғанда экономияларға мөмкин.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостан буйлап сәйәхәт өсөн аҡса түләнә
Башҡортостан буйлап сәйәхәт өсөн аҡса түләнә
Автор:
Читайте нас