Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
12 Декабрь 2025, 10:45

Рәсәй Конституцияһы көнө уңайынан

Айыт урта мәктәбе уҡыусылары менән илебеҙҙең төп законы - Конституция тураһында әңгәмә үткәрелде

Рәсәй Конституцияһы көнө уңайынанРәсәй Конституцияһы көнө уңайынан
Рәсәй Конституцияһы көнө уңайынан

12 декабрҙә йыл һайын Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө билдәләнә, ул һәр гражданин өсөн мөһим ваҡиға булып тора. Был көндө Беҙ Конституцияның барлыҡҡа килеү тарихын, уның структураһын һәм йөкмәткеһен, шулай уҡ Рәсәй конституцион ҡоролошо нигеҙҙәрен иҫкә алабыҙ.

Конституция-граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләгән илдең төп законы. Айыт ауылының Фәтих Кәрим исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Йәштәр менән эшләү буйынса белгес Р. К. Латипова тарих уҡытыусыһы Г. Н. Ниғмәтйәнова менән берлектә ошо әһәмиәтле көнгә арналған «Илдең төп китабы» тигән мауыҡтырғыс уйын-викторина үткәрҙе.

Уҡыусылар хәҙерҙән закондарҙы белеү, өйрәнеү - киләсәктә үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡлауға, яҡлауға дөрөҫ йүнәлеш алыуға булышлыҡ итәсәгенә төшөндөләр.

"Вектор" Йәштәр үҙәге Бишбүләк районы 

Рәсәй Конституцияһы көнө уңайынан
Рәсәй Конституцияһы көнө уңайынан
Рәсәй Конституцияһы көнө уңайынан
Рәсәй Конституцияһы көнө уңайынан
Автор:
Читайте нас