Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
14 Декабрь 2025, 17:24

Халыҡ йолалары

Туғандарҙы, күрше-күләндәрҙе берләштергән байрам булып тора ул – һуғым өмәләр

Халыҡ йолаларыХалыҡ йолалары
Халыҡ йолалары

Ауыл халҡы күптән инде ҡаҙ-өйрәктәрен һуйып, һандыҡ-туңдырғыстарға тултырып ҡуйҙы. Хәҙер инде көндәрҙе һыуытып, ҡырпаҡ ҡар төшкәс, һуғым өмәләре башланды.

Һуғымға тип һимертелгән малды иртүк һуйып, ҡояш байығанға тиклем эшкәртеп алыу фарыз тип иҫәпләнә. Уның өсөн электән һыналған еңел ҡуллы оҫта мал һуйыусы саҡырыла, сөнки һуғым ите лә тәмле була, тигән ышаныу бар. 

Малды салғандан һуң, ир-егеттәр ит түшкәһен эшкәртеү менән мәшғүл булһа, ҡатын-ҡыҙҙар йылға буйына эсәк йыуырға төшә. Бында һәр кемгә эш етәрлек: берәүҙәр ҡар өҫтөнә һалып эсәк тапай, икенселәр йылғаның эсенә үк инеп, сайҡатып йыуып тора. Ағын һыуҙа йыуған ҡарын-эсәктәр тиҙ таҙара.

Башҡа яҡтарҙа нисектер, беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар өйгә ҡайтҡас, ҡарын “ҡутара”, ас һәм туҡ эсәктәрҙе баулап  бәйләй. 

Артабан хужабикә әҙерләгән өҫтәл артына ултыралар. Ит менән һыйланып, мул ризыҡлы табын артында һөйләшеп ултырыу ҙа – күркәм ғәҙәт. Ул үҙенә күрә байрамға әүерелеп китә. Йола буйынса, өмәселәргә өлөш бирелә. Аяғың тыпылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ, - тигәндәй, мал аҫрау мәшәҡәтле булһа ла, был ғаилә өсөн йыллыҡ ризыҡ. һәр кем киләһе йылдарҙа ла мал-тыуарың ишле булһын, һуғымды туған-тыумаса, дуҫ-иш, балалар менән иҫән-һау ашарға яҙһын, тип теләктәр теләй. 

Халыҡ йолалары
Халыҡ йолалары
Халыҡ йолалары
Халыҡ йолалары
Халыҡ йолалары
Автор:
Читайте нас