Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
15 Декабрь 2025, 07:40

Һалҡын тейгәндә нимә эшләргә?

Һалҡын тейгәндә. ауырыу көсәйеп китмәҫ борон туҡтатыу өсөн бик шифалы эсемлек бар. Ул тиҙ арала ауырыуҙың тәүге билдәләрен бөтөрөргә ярҙам итер. 

Һалҡын тейгәндә нимә эшләргә?Һалҡын тейгәндә нимә эшләргә?
Һалҡын тейгәндә нимә эшләргә?

Уны әҙерләү өсөн бер әфлисун, бер грепфрут, бер лимон, бер һарымһаҡ, киҫәге, 3-4 сантиметр ҙурлығындағы имбирь тамыры, биш ҡалаҡ зәйтүн майы кәрәк буласаҡ. 

Лимон, грейпфрути менән әфлисундың һутын һығып, ҡырғыстан үткәрелгән имбирь тамырын, зәйтүн майы һәм төйөлгән һармыһаҡты ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Әҙер төнәтмәне иртәнге аштан һуң бер тынала эсеп ҡуйырға. Имбирь дәрт өҫтәй, һарымһаҡ менән С витамины инфекцияға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә, цитрустағы биофлаванидтар көс өҫтәй, зәйтүн майы организм күҙәнәктәрен һаҡлай һәм эсемлектең тәмен йомшарта. 

Шулай уҡ түбәндәге саралар тиҙерәк терелергә ярҙам итер:

- Бал һәм лимон менән йылы сәй. Әгәр һеҙгә һалҡын тейгән икән, ҡара йә йәшел сәй эсегеҙ. Уға бер сәй ҡалағы бал, бер нисә телем лимон һалығыҙ. Файҙалы матдәләре һаҡланһын өсөн уларҙы эҫе сәйгә һалмағыҙ.

-  Йүкә сәскәләре менән ҡурай еләге сәйе. Йүкәнең кипкән сәскәләренән сәй ҡайнатығыҙ, уға кипкән еләк йә ҡурай еләге япраҡтарын өҫтәгеҙ ҙә 30 минут тотоғоҙ. Әгәр ҡурай еләге юҡ икән, уның ҡайнатмаһын да ҡулланырға була.

-  Гөлйемеш сәйе. Бер кемгә лә сер түгел, гөлйемеш С витаминына бай. Ваҡланған, кипкән емештәрен (3 аш ҡалағы) 0,5 л ҡайнар һыуға һалып, төнөн термоста тотоғоҙ. Ашарға 30 минут ҡалғас, көнөнә 4 тапҡыр ярты стакан эсегеҙ.

- Минераль һыу менән ҡайнар һөт. Әгәр һеҙҙә йүтәл барлыҡҡа килгән икән, минераль һыуға ҡайнар һөт ҡойоп эсегеҙ. Ул ҡаҡырыҡты ҡыуып сығарыр.

- Һарымһаҡ менән һөт. Был эсемлек һеҙгә бер төн эсендә аяҡҡа баҫырға ярҙам итер. Йылы һөткә 10 тамсы һарымһаҡ һуты һалырға ла төнгөлөккә эсеп ятырға.

- Лимонлы имбирь сәйе. Һалҡын көндәрҙә иммунитетты нығытыу һәм эшкә һәләтте үҫтереү өсөн һәйбәт эсемлек. 1 стакан ҡайнар һыуға 1 аш ҡалағы бал, 1 аш ҡалағы лимон һуты, 0,5 сәй ҡалағы ваҡланған имбирь тамыры һәм бер семтем дәрсен (корица) һалып болғарға. Сәйгә бер аҙ киткән бөтнөк япраҡтары һалырға ла була.

-Ромашкалы сәй. Йүкә һәм бал менән бергә болан күҙе (ромашка) һалҡын тейеүгә ҡаршы яҡшы сара булып тора. Сәй әҙерләү: 1-әр сәй ҡалағы йүкә сәскәһе һәм ромашка алырға, 1 стакан ҡайнар һыу ҡушып ҡайнатырға, 20 минут тоторға һәм һөҙөргә. Көнөнә 3 тапҡыр 1/3 стакан эсергә. Бал өҫтәргә була.

Сығанаҡ: ye102.ru

Һалҡын тейгәндә нимә эшләргә?
Һалҡын тейгәндә нимә эшләргә?
Автор:
Читайте нас