+30 °С
Болотло


Башҡортостанға был аҙна башында төньяҡ диңгеҙҙәрҙән һалҡын һауа үтеп инә башлаясаҡ. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -11, -16 градусҡаса түбәнәйә. Аҙна уртаһына һыуыҡтар норманан 5-9 градусҡа түбәнерәк буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.
Шишәмбе, 16 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -13, -18 градус, аяҙытҡанда -23, көндөҙ - 10, -15 градус.
Шаршамбы, 17 декабрҙә, йәнә бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -13, -18 градус, аяҙытҡанда -23, көндөҙ -7, -12 градус.
башинформ.