

Мутлашыусылар хеҙмәт ветерандарына түләүҙәр, бүләктәр йәки грамоталар рәсмиләштереү өсөн уларҙың шәхси мәғлүмәттәре кәрәклеген белдерәләр. Ялған «шәхси кабинетта» теркәлергә тәҡдим итеп, шәхси мәғлүмәттәрҙе әйтеп тороуҙы һорайҙар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәкимиәт хеҙмәткәрҙәре граждандарға бындый тәҡдимдәр һәм һорауҙар менән шылтыратмай. Барлыҡ социаль түләүҙәр бары тик «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша йәиһә МФЦға шәхси мөрәжәғәт иткәндә, йәиһә халыҡты социаль яҡлау органдары аша рәсмиләштерелә. Телефон аша үҙегеҙҙең шәхси һәм банк карталары мәғлүмәттәрен хәбәр итмәгеҙ. Иғтибарлы булығыҙ һәм яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙ.
okt-tuganyak.ru