

“Сираттағы гуманитар ылауҙы оҙаттыҡ”, тигән ҡыҫҡа ғына һүҙ артында ошо эште ойоштороусы ирекмәндәрҙең күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәреүе, борсолоу-кисерештәре, һәр ауыл халҡының яҡташ яугирҙарға ярҙам туплауҙа ҙур тырышлыҡ һалыуын күптәр аңлап та етмәйҙер.
Ғәҙәттә ярҙамды яугирҙарҙың һорауҙары буйынса кәрәкле әйберҙәр йыйыла. Районда эшләп килгән “Бөтәһе лә фронт өсөн - Бишбүләк” төркөмө һәм ауыл чаттарына тәү сираттар нимәләр кәрәге хәбәр ителә, шулай уҡ әленән-әле төрлө акциялар иғлан ителә. Махсус хәрби операцияла йөрөгән яҡташтар генератор, маскировкалау селтәрҙәре һәм башҡаларҙы һорайҙар. Хәрбиҙәрҙән килгән кәрәкле әйберҙәр исемлеге тулылана бара: ҡаҙаҡ, көрәк, балта, электрод, газ баллондары, окоп шәмдәре, электр йылытҡысы, эсәр һыу, машиналар өсөн запас частар һ.б.
Район ирекмәндәре носки, эске кейем, еүеш салфетка кеүек беренсе кәрәк-яраҡтар йыйҙы, маскировкалау селтәрҙәре, постель кәрәк-яраҡтары, йылы кейемдәр килтерҙе, шулай уҡ тупланған аҡсаға генератор, машина майҙары һ.б. кәрәкле әйберҙәр алынды. Был изге эшкә төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре, ауылдарҙа йәшәүселәр, мәктәп уҡыусылары, хаҡлы ялдағылар ҡушылды.
Бөгөн иртән иртүк шәхси эшҡыуар А.Герасимованың “Валерия” медицина үҙәгендә урынлашҡан ирекмәндәр штабына халыҡ әйберҙәр килтерә башланы. Киң күңелле райондаштар араһынан аҡсалата ярҙам итеүселәр ҙә табылды. Ҡатын-ҡыҙҙар бихисап посылкаларҙы тултырып һәм айырып фураға төйәне. Алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән гуманитар ярҙам был юлы Красный Луч, Донецк, Днепрорудное, Мелитополь йүнәлешендә бара. Был юлы һалдаттарға Яңы йыл күстәнәсе әҙерләнде, 200 пакет тәмлекәстәр, өй йылыһын хәтерләтеп, яугирҙәргә тыуған яҡ сәләме булып ирешһен.
Фотолар “Бөтәһе лә фронт өсөн - Бишбүләк” төркөмөнән алынды.