

Бында уҡыусыларҙың һәләттәрен күрһәтеү буйынса йомғаҡлау конкурстары, шулай уҡ Яңы йыл байрамдары ойошторла. Фольклор түңәрәгендә йөрөүсе малай һәм ҡыҙҙар боронғо ырым-йолаларҙы, һынамыштарҙы иҫкә алды, йомаҡтарға яуап эҙләне, йырҙар башҡарҙы.
«Театрал» өҫтәмә белем биреү берекмәһендә шөғөлләнеүселәр иһә «Умка» һәм «Улыбка» балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен «Яңы йыл сыуалышы» әкиәтенең тылсымлы постановкаһы менән ҡыуандырҙы. Талантлы балалар үҙҙәренең ролдәренә бирелеп башҡарҙы, бәләкәй тамашасыларға ысын сихри атмосфера бүләк итте. Сағыу костюмдар, мауыҡтырғыс сюжет бөтәһен дә үҙенә йәлеп итте. Балалар ваҡиғаларҙың барышын иғтибар менән күҙәтте һәм кескәй артистарҙы көслө алҡыштар менән оҙатты. Матур һәм тылсымға сорналған байрам балалар күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
https://vk.com/public144264663