Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
26 Декабрь 2025, 13:24

Пенсиялар ваҡытынан алда бирелә

Башҡортостан пенсионерҙарына ғинуар пенсияһы ваҡытынан алда түләнә.

Пенсиялар ваҡытынан алда биреләПенсиялар ваҡытынан алда бирелә
Пенсиялар ваҡытынан алда бирелә

Яңы йыл байрамдары уңайынан хаҡлы ялдағыларға ғинуар пенсияһы ваҡытынан алда таратыла, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Социаль фонды.

Социаль фондтың матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, һүҙ ғинуарҙың тәүге яртыһында пенсия алған пенсионерҙар хаҡында бара.

«30 декабргә тиклем фонд банк аша аҡса алыу көнө 1 ғинуарҙан 11-нә тура килгән пенсионерҙарға ғинуар өсөн пенсия күсерә. Әгәр пенсия башҡа көндәрҙә таратыла икән, банк аша аҡса график буйынса килә», — тиелә хәбәрҙә.

Почта аша пенсия билдәләнгән көндәрҙә бирелә. Почтальондар уны 3 ғинуарҙан тарата башлай.

https://www.bashinform.ru

Пенсиялар ваҡытынан алда бирелә
Пенсиялар ваҡытынан алда бирелә
Автор:
Читайте нас