

Эй, ғүмер ағыштары! Бар уның шатлыҡтары, һағыштары. Шул тормош дәфтәрен һаҡлыҡ менән аҡтарғанда бынан ике тиҫтә йылдар элек осрашып, Дим буйының пар һандуғастары Зөлфидә һәм Ғаяз Муллағалиевтарҙы йырлы-моңлр ижады тураһында «Ҡыҙыл таң»да мәҡәләм баҫылғайны. Уткәндәргә ҡараш ташлағанда, әлбиттә, иң тәүҙә хәтер ебе йәшлек һуҡмаҡтарына барып тоташа. Әйткәндәй, Зөлфидә мектепте, институтта уҡығанда уҡ сәхнә түренә талпына, «Студент яҙы» смотрҙарында, «Халҡым моңо» фестивалендә ҡатнашып, беренсе урындарҙы яулай. Юғары уҡыу йортона тамамлап, Айыт ауылына ҡайтҡас та, үҙешсән сәнғәттән айырылмай. Шунда буласаҡ тормош иптәше, туҙанлы Афған һуҡмаҡтарында батырлыҡ күрһәткән Ғаяз менән таныша. Бергә вокаль ансамблдә йырлайҙар, хетта дуэт та башҡаралар. Йылдар үтеү менән уларҙың парлы сығыштары Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы аша ла тапшырылып торҙо. «Гәлсәр һандуғас» телевизион фестивалендә лә беренсе тапҡыр сығыш яһанылар. Улай ғына ла түгел, «Йәш ғаилә» — 2004» республика конкурсында иһә «Музыкаль ғаилә» номинацияһына лайыҡ булдылар. Ә инде композитор Рәмил Ғимранов дйырҙарынан торған «Яңғыҙ итмә» тигән аудио кассетаны й ыр һөйөүселәр парлы Дим һандуғастарын иҫ киткес матур ижад емеше булараҡ ҡабул иттеләр. Нимә тиһәң дә, Муллағалиевтар 33 йыл сәңнәнән төшмәйҙер. Улар — «Юлдаш йыры» республика телевизион конкурсы лауреаттары, «Ҡурай даны» юғары телевизион премияһы лауреаттары, «Ғаилә иҫтәлеге» Бөтә Рәсәй милли премияһы лауреаттары һәм башҡалар.
Шул уҡ ваҡытта, тәжрибәле педагог булараҡ, Зөлфидә ханым «Башкортстанда мәғариф отличнигы» исемен йөрөтә, ә Ғаяз иһә, хәрби батырлыҡтары өсөн күп кенә миҙалдар менән бүлекләнгән атай. Элек улар минең ижад кисәләремдә, юбилейҙарымда ҡатнашып, дуҫтарыма күңел емештәрен бүләк итттеләр. Музыкаль ғаилә булараҡ, йыр-моң тулҡынында тибрәлеп, бер мөхиттә тәрбиәләнгән балалары, музыкаль техниканы яҡшы үҙләштергән, бөгөнгө көндә юғары белемле уҡытыусы Илзидә, бигрәк тә Илнур нисек инде сәнғәтен йыраҡлашһындар?! Илзидә кәрәк саҡта ғаилә ансамбленең тауыш операторы вазифаһын да башҡара. Юрист һөнәренә эйә булған, һуңыраҡ музыка өлкәһендә лайыҡлы урын алған Илнур үҙен сәхнәлә автор-башҡарыусы итеп танытһа ла, һуңыраҡ ул шиғыр, көй яҙыу менән мауыға. Беренсеһен «Бәхет ҡошым» тип атаған:
Һәр кем эҙләй бәхет был донъяла,
Кем байлыҡта, кем һөйөү ярында.
Тапҡандары юғалтыла тора ул,
Шатлыҡ бит ул яныңда, эргәлә.
Япраҡ Илнур яңы йыр ижад итте.
Ул хәрби-патриотик темаға, атаһы өсөн махсус яҙылған «Мин шул һалдат» тип атала. «Афған», «Туғаныма», шулай уҡ «Бул һин янымда», шулай уҡ әсәһе ижад иткән «Һағынамын тыуған яғымды» кеүек йырҙарға хатта клип та төшөрөлгән. Күпме генә юлдарҙа йөрөлһә лә, кемдәр менән генә осрашһа ла, барыбер һиңә осар ҡанаттар биргән тыуған яҡ, уның бормалы юлдары үҙенә тарта шул. Был йәһәттән, йәш йырсы 2024 йылда «Юлдаш» радиоһы хит-парадында беренсе урынды яуланы, Әнүәр Сөләйманов менән Рәис Ханнанов ижад иткән «Тыуған яҡ юлдары» йырын нисек репертуарына кермәһен инде?!
Элек был йырҙы иң тәүҙә атаһы Ғаяз башҡарып, яҡташтарын күңелен яулағайны. Илнур Муллағәлиев та, күңел һандығын асып, тәүге ҙур концертына кергән йыр-моңдарын фәҡәт яҡташтарына бүләк итергә тип талпынып ҡайтты. Быға ҡәҙер Өфө, Ырымбур, Һамар, Силәбе, Екатеринбург, Татарстан республикаһы, Удмурт республикаһы, Мәскәү, Себер яҡтарындағы сәхнәләрҙе, Башҡортостандың күп кенә ҡалаларында, шулай уҡ район һабантуйҙарында сығыш яһағаны булды. Ә бына тыуған яҡта барыбер тулҡынландыра бит ул. Сонки дуҫтар, ағай-эне, яҡташтар алдында үҙене етди һынау тотҡан кеүек хис итәһең. Билдәле, йәш башҡарыусы бер ни тиклем тулҡынланырға ла мөмкин. Концерт программаһының «Йәш саҡта» дип аталуы ла әллә ниндәй мәғәнәгә эйәлер.
Узе ижад иткән «Һағынамын тыуған яғымды», «Ҡайтам бала саҡтарға» тигән йырҙары менән сәхнәгә килеп сығыуы булды, яҡташтары Илнурҙы дереү алҡыштарға күмде. Йырҙарның төҫлө фото-видеослайдтар менән байытылыуы ла кисәгә үҙе бер йәм өҫтәне. Ә бына ата-әсәләре Ғаяз һәм Зөлфидә Муллағалиевтарҙың «Мин һине яратам», «Ҡарҙар яуа» тигән йырҙарҙы хисле итеп башҡарыуҙары тамашасыларҙы бигерәк тә әсир итте. Шуғалыр ҙа, ғаилә ансамблен тәшкил иткән Муллағәлиевтарға сәскә бәйләмдәре әленән-әле тапшырылып торҙо. Шул арала туғандары, сәхнә ветераны, үҙешсән композитор Залир Әлмөхәммәтов баянда дәртле көйҙәр, поппурилар башҡарып, сәнғәт һөйөүселәрҙең тағын да күңелдәрен күтәреп ебәрҙе. Кисә йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Илнур Муллағәлиев иһә, өс сәғәт дауамында тамашасыларҙы үҙенә ҡаратып тотто: ниндәй генә һүрәткә инмәне, хатта тамашасыларға бейеп тә, сальто яһап та күрһетте, бүләктәр ҙә таратты. Бар яҡҡа уңған, терегөмөш кеүек уҙе. Концерт тулы залда дәррәү алҡыштар аҫтында иҫтә ҡалырлыҡ булып үтеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй.
Үҙ сиратында популяр, йәш йырсының үҙаллы концертын хуплап, Өфөнән килгән ижадташ дуҫтары Илдар Ғәлинуров, Фәнис Мөхәммәтшин матур йыр-мондары менән бында йыйылыусыларҙың күңелен яуланы. Кисе аҙағында район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Артур Ғәлиев Илнур Муллагалиевҡа Рәхм!т хаты, Лилиә Мусаева иһә урындағы татар ижтимағи үҙәге исеменән үҙенсәлекле бүләк тапшырҙы.
Әнүәр СӨЛӘЙМАНОВ.
Фотолар шәхси авхивтан.