Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
29 Декабря 2025, 06:48

Мәғариф ветераны 100 йәшен билдәләй

Прибельский ауылында йәшәгән Нәзифә Вәлиеваға 100 йәш тулды. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтендә Нәзифә Лотфулла ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡотланылар.

Мәғариф ветераны 100 йәшен билдәләйМәғариф ветераны 100 йәшен билдәләй
Мәғариф ветераны 100 йәшен билдәләй

Нәзифә Вәлиева сығышы менән Кушнаренко районынан. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 15 йәш була. Үҫмер ҡыҙ ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарттар менән бергә тылда эшләй, колхозда төрлө эштәр башҡара.

Һуғыштан һуң Нәзифә Лотфулла ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алып сыға. Сирек быуат Иҫке Ҡыйышҡы мәктәбендә балаларға белем бирә.

Һуңынан яҙмыш уны Прибельский ҡасабаһына алып килә, унда Фәйзрахман Миңлегәрәй улына кейәүгә сыға. Йәштәр матур ғаилә ҡороп ебәрә.

Уҡытыусы булмышына тоғро ҡалып, хаҡлы ялға сыҡҡансы Яңы Ҡыйышҡы мәктәбендә эшләй.

Нәзифә Лотфулла ҡыҙының йортонан кеше өҙөлмәй. Йөҙйәшәр  инәй ғаиләһенең хәстәрен тойоп ғүмер кисерә. Элекке уҡыусылары ла уны онотмай.

https://www.bashinform.ru

Мәғариф ветераны 100 йәшен билдәләй
Мәғариф ветераны 100 йәшен билдәләй
Автор:
Читайте нас