Дим буйҙары
+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
29 Декабря 2025, 07:34

Йылҡы етеп килә

Киләһе 2026 йыл, Көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса, Ҡыҙыл Утлы Йылҡы билдәһе аҫтында үтәсәк. Йылҡы үҙе тоғро, көслө, һәр саҡ алға ынтылыусан, азатлыҡ һәм хәрәкәттә булыуҙы яратҡан хайуан. Уның йылында тиҙ ҡарар ҡабул итә, шәп-шәп эшләй, шул уҡ ваҡытта үҙ принциптарына тоғро ҡала белгән кешеләр уңасаҡ, ти.

Йылҡы етеп киләЙылҡы етеп килә
Йылҡы етеп килә

Ут стихияһы - иҫкене бөтөрөп, яңыға ғүмер биреүсе яңырыу символы. Ҡыҙыл төҫ иһә дәрт, йәшәү көсөн кәүҙәләндерә, әүҙемлекте, ғәмәл итеүгә әҙерлекте белдерә. Көнсығышта ҡыҙыл төҫ иң бәхетлеһе тип иҫәпләнә, уңыш, сәскә атыу килтерә, кире энергиянан һаҡлай тиҙәр. Утлы Ҡыҙыл Йылҡы йылында күп кешеләрҙә әүҙемлек һәм ижади энергия бөркөлөп торор, үҙгәрештәрҙән һәм яҙмышын үҙ ҡулына алырға ҡурҡмағандарға йыл айырыуса йомарт булыр тип фаразлана.

Нисек ҡаршылаһаң, шулай үткәрерһең

“Яңы йылды нисек ҡаршылаһаң, йылың да шулай үтер”, тиҙәр. Һәр кем байрамды күтәренке кәйеф, яҡты өмөттәр менән ҡаршыларға ынтыла. Хужабикәләр табын хәстәрләү менән бер рәттән, ниндәй күлдәк һайларға тип тә баш вата.
2026 йыл символы - Ҡыҙыл Утлы Йылҡы. Тимәк, ниндәй төҫтөң хакимлыҡ итәсәге билдәле. Ҡыҙыл төҫ ут, энергия, дәрт, шатлыҡ, уңыш һәм тормоштоң сәскә атыуын кәүҙәләндерә.
Алһыу йәки сейә төҫ аҡ тәнле һәм һоро күҙлеләргә, ә асыҡ ҡыҙыл төҫ ҡуңыр һәм йәшел күҙлеләргә килешә. Ҡыҙыл төҫ тотош йылға ҡеүәтле, ынтылышлы һәм бәхетле йүнәлеш бирәсәк.
Алтын һәм һары төҫтәр Йылҡы йылының төп төҫө менән ҡушылып, байрам кәйефен тыуҙыра, был иң отошло һәм уңайлы вариант. Кем карьерала уңышҡа өлгәшергә, финанс хәлен яҡшыртырға теләй, ҡыйыу рәүештә ошо төҫтәргә өҫтөнлөк бирегеҙ.
Йәшел төҫ үҫеш һәм тотороҡлоҡто кәүҙәләндерә. Был төҫ тәбиғәттән айырылғыһыҙ, ә Йылҡы йәшеллек ҡосағында үҙен бик ирекле, бәхетле тоясаҡ. Ялҡынлы энергияны тынысландырып, мөнәсәбәттәргә сафлыҡ индерергә лә һәләтле ул.
Күк йөҙө һәм һыу, тыныслыҡ һәм тәрән аҡыл билдәһе булған зәңгәр төҫтө һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәңәш ителә, сөнки һыу утҡа дөрләп янырға мөмкинлек бирмәйәсәк. Ут энергетикаһына ярашлы булыу өсөн был төҫтөң йылыраҡ тондарын, мәҫәлән, зәңгәрһыу, фирүзә төҫтәрен һайлау яҡшы булыр.
Байрамды тыныс, романтика мөхитендә ҡаршыларға теләгәндәргә, яңы идеялар артынан ҡыуғандарға, ҙур үҙгәрештәр көткәндәргә миләүшә һәм сирень төҫтәрен һайларға тәҡдим ителә.
Ә бына ҡара төҫтәге күлдәктәрҙе ситкә ҡуйып тороғоҙ. Был төҫ киләһе Йылҡы йылының утлы энергетикаһын “һүндерә” һәм байрам кәйефе урынына төшөнкө күңел торошона килтереүе ихтимал. Ул шулай уҡ эске көсөргәнеш, йомоҡлоҡ менән һүрәтләнә. Ә Яңы йыл төнөндә киләһе ыңғай үҙгәрештәргә асыҡ булыу бик мөһим.
Аҡ – металл төҫө, ялҡынлы, көслө уттың уны иретеүе ихтимал. Ул бушлыҡ, һалҡынлыҡ, ҡоролоҡ, дауаханалағы стериллек итеп тә ҡабул ителә, өй йылыһын бирә алмауы мөмкин. Аҡ төҫ айырым деталдәрҙә бик күркәм күренәсәк.
Күк төҫ һыу стихияһының классик төҫө һәм уттың дошманы. Ҡуйы күк төҫ уттың ажғырлығын баҫа һәм дәртен кәметә, тынысландыра. Ул эске донъяның тәрәнлеген билдәләй, фекерҙе туплауға, уйға сумыуға этәрә, байрам мөхитенә бойоҡлоҡ, эс бошоу килтереүе мөмкин.
Ә бына шәмәхә төҫөндәге күлдәк кейгән кешенең йомоҡ, ҡараңғы сырайлы булып тойолоуы бар. Шуға күрә миләүшә йәки сирень төҫтәренә өҫтөнлөк бирһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр.

Сығанаҡ: tabin-gafuri.ru

Йылҡы етеп килә
Йылҡы етеп килә
Автор:
Читайте нас