

ЯҢЫ ЙЫЛ ЙЫРЫ
Үтеп китте бер йыл тағы,
Тарих булып ҡына ҡалды.
Һәр сәғәте күңел түрендә.
Ҡояш кеүек балҡып-көлөп,
Өмөттәргә йәшәү биреп,
Өр-яңы йыл тыуа еремдә.
Өр-яңы йыл тыуа ергә,
Ниҙәр бүләк итер беҙгә? –
Бөтәһе лә әле сер генә.
Һиҙҙермәй ғүмер үткәнен,
Ҡабатламай ул бүтәнен, -
Һәр Яңы йыл була бер генә.
Тирә-яҡта сафлыҡ, наҙҙар,
Өйөрөлөп осҡан ҡарҙар
Аҡ теләктән генә торалар:
Килһен ҡыштар, килһен йәйҙәр,
Күктәр булһын һәр саҡ зәңгәр,
Имен генә булһын донъялар.
Шат йондоҙҙар нурын һипһен,
Алда бары бәхет көтһөн,
Тулҡынланһын иген ҡырҙары.
Бар Ер шарын урап үтһен,
Һәр йөрәккә барып етһен
Гөлфиә ЮНЫСОВА.
Сағыу уттарын балҡыта
Йәшел энәле шыршы.
Яңы йыл баҫҡан тупһаға
Сығып алайыҡ ҡаршы!
Өмөт менән ҡул һуҙайыҡ,
Әйҙәйек уны түргә.
Бәхетле булһын яңы йыл,
Муллыҡ килтерһен Ергә.
Һөйгәндәр һөйөлөп кенә,
Шатлыҡтар өйөлөп кенә,
Килер булһын ошо йыл.
Ҡот килтерһен Яңы йыл!
Тик килтермәһен беҙгә
Йөрәктең әрнеүҙәрен.
Кешеләрҙең кешеләргә
Нахаҡҡа рәнйеүҙәрен.
Яңы йыл атлай тупһанан,
Килер йылға ул хужа.
Ошо йылда беҙҙән, дуҫтар,
Ҡасып китһен бар нужа!
Фәнил БҮЛӘКОВ.
Яңы йыл алдынан
Бар тирә-яҡ көтә Яңы йылды,
Матурлана әлҽ-әлҽнән.
Яңы ғына һыуҙа ҡойонғандай,
Caфлыҡ аңҡый төҫлө һәр ҽрҙән.
Aғастарҙа аҡ ҡар йоҡомһорай,
Күҙҙҽ ҡамаштырыр аҡлығы.
Аҡ күбәләк булып ҡуна кҽүҽк,
Кҽшҽләргә байрам шатлығы.
Әкиәттәгҽ кҽүҽк.Әйтҽрһҽң дә,
ҡайғы-хәсрәт бҽр ҙә булмаған.
Мин үҙҽм дә әлҽ ҡар ҡыҙылай,
Килдҽм ошо сихри донъянан.
Ғилемдар РАМАЗАНОВ