

1986 йылдың 15 ғинуарында Өфөлә Фидалия һәм Рәшит Мөхәмәтдиновтар ғаиләһендә бер малай тыуа, уға Рөстәм тип исем ҡушалар. Был исем көнсығышта баһадир тигәнде аңлата. Ул барлыҡ тиҫтерҙәре кеүек, балалар баҡсаһына йөрөй. 1993 йылда Рөстәм Өфөнөң 70-cе мәктәбенең беренсе класына уҡырға керә, унда тырышып уҡый һәм һәр яҡлап ҡыҙыҡһыныусан бала булып үҫә. Уның төплө белем алыу теләге көслө була, барлыҡ буш ваҡытын ул уҡыуға бағышлай. Ошо мәктәптең 9-cы класын тамамлағандан һуң,ҡаланың 58-cе мәктәбенә күсә, унда өлгөргәнлек аттестаты ала.
2003 йылда Өфө медицина колледжына уҡырға инә һәм уны 2007 йылда “Теш технигы” һөнәрен ала. Әммә йәш егеттең белемгә ынтылыш шул ҡәҙәр ҙур була, ул Башҡорт дәүләт медицина университетына документтарын тапшыра һәм 2007 йылда “педиатрия” буйынса уңышлы тамамлай. Рөстәм Рәшит улы бының менән генә туҡталмай, махсус уҡыу йорттарында алған белеме уға аҙ тойола, ул торған һайын күберәк белергә ынтыла.
2013-2014 йылдарҙа анестезиолог-реаниматолог белегеслеге буйынса БГМУ ҡаршыһындағы интернатураны тамамлай. 2014 йылда ул Бишбүләк район үҙәк дауаханаһына эшкә ҡайта һәм реанимация бүлеген етәкләй. Ә дауаханала 2019 йылда паллиатив бүлек асылғас, Рөстәм Рәшит улын мөдир итеп төғәйенләйҙәр. Ул ошо көнгә ҡәҙәр яҡташтарының һаулығы һағында тора, белемен, тәжрибәһен, уларҙың һаулығын һаҡлау һәм нығытыуға йүнәлтә.
Рөстәм Рәшит улы арнестезиолог-реаниматолог булһа ла, бер генә операция ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Бындай осраҡта ауырыуҙарҙың тормошо уның оҫта ҡулында. Табип быны бик яҡшы аңлай һәм үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай. Уны паллиатив бүлектә һәм реанимация палатаһында ауырыуҙар көтә. Һәр кем янына килергә, һәр кешенең хәлен белергә һәм күңелен күтәрергә, телереүгә ышаныс яутыуға, ниндәй дарыуҙарҙы алыштырырға, кемдәрҙелер сығарырға әҙерләргә һәм былар барыһы ла планлы, ашығыс операциялар менән бер рәттән, уның булыуы м!жбүри һәм мөһим.
Беҙ ауырыуҙарға мөрәжәғәт иткәндә, улар Мөхәмәтдиновҡа ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булыуҙарын әйттеләр, хөрмәт һәм йылы һүҙҙәр манән: “Бына беҙгә, ауырыуҙарға, шундай оҫта һәм аҡыллы табип-белгестәр күберәк булһа ине”.
Һәм ысынлап та табип Рөстәм Рәшит улының эш ваҡыты нормаһы юҡ. Ул киске 8-ҙә лә, сәғәт 10-сы яртыла ла һаман эш урынында, ауырыуҙар янында. Уның ял көндәре лә, байрамдары ла юҡ- ҡасан ҡараһың да – врач Мөхәмәтдинов бүлектә, сирлеләр янында. Ауырыуҙар уға ябай ғына мөрәжәғәт итәләр, үҙҙәренең ауырыуҙары тураһында һөйләйҙәр, ул уларҙы иғтибар менән тыңлай, кәңәш бирә. Рөстәм Рәшит улы бер ҡасан да ауырыуҙарҙан баш тартмай һәм бер ҡасан да яртылаш ҡарар ҡабул итмәй. Ул үҙенең пациенттары менән һәр саҡ әҙәпле, тыныс, ауырыуҙарға ҙур хөрмәт менән ҡарай.
Мөхәмәтдинов менән бергә эшләүсе шәфҡәт туташтары коллективы үҙҙәренең табибы Рөстәм Рәшит улы тураһында тик йылы һүҙҙәр әйтә. “Ул беҙҙең менән һәр ваҡыт әҙәпле, бер ҡасан да тауышын күтәрмәй. Беҙгә хөрмәт һәм аңлау менән ҡарай, үҙен беҙҙең менән тиң күрә. Уның менән эшләү еңел һәм күңелле. Эш буйынса һәр ваҡыт аңлатыр, төҙәтер, яҡшы һүҙ менән ярҙам итер. Беҙҙә күберәк шундай табиптар булһа ине”, - ти улар.
Табип Мөхәмәтдиновтың киләсәккә пландары бик ҙур. Ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтырырға, тейеше белем бирергә, бәхетле киләсәк ҡорорға. Үҙенә иһә ирешелгәндәрҙә генә туҡталып ҡалмаҫҡа, бер аҡыллы кеше васыят итеп әйткәнсә, артабан уҡырға. Уҡырға һәм уҡырға.
Ауырыуҙарҙы дауалауҙың яңы юлдарын, яңы схемаларын, яңы медицина препараттарын эҙләргә, табырғаһәм ауырыуҙарҙы дауалауҙы яңы дәрәжәгә күтәрергә һәм дауалап булмай торған ауырыуҙар булмаһын өсөн эшләргә. Республика халҡының һаулыҡ һаҡлауын яңы бейеклеккә күтәрергә, сифатлы медицинаны һәр кемгә лә ирешерлек итеп эшләргә.
Беҙ дауахананың баш табибы Фәнил Марат улы Абдуллинға ла шундай уҡ һорау менән мөрәжәғәт итергә булдыҡ. “Мин врач Мөхәмәтдинов тураһында нимә әйтә алам? Белгес булараҡ, ул беҙҙең шарттарҙа алыштырғыһыҙ. Ул белемле, төгәл, пунктуаль, ярҙамсыл, үҙ эшен бик яҡшы белә. Белгескә ҡарата ла, етәксе булараҡ та уға ҡарата шелтәләр юҡ. Бурыстарына ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Һүҙ уңайынан, беҙ уға баш табип урынбаҫары урынын тәҡдим иттек, ул ҡәтғи рәүештә баш тартты. Беҙҙең коллективта шундай табиптар күберәк булһа ине”.
Белгескә ҡарата ла, шәхескә ҡарата ла Рөстәм Рәшит улы канцелярия хеҙмәткәре түгел, ул эшлекле, йәнле, энергиялы табип-белгес һәм үҙенең барлыҡ белемен, оҫталығын халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу өсөн бар көсөн һалырға ниәтләй.
Рөстәм Рәшит улы тормош иптәше Регина менән коллегалар, кәләше Регина Таһир ҡыҙы ошо дауаханала табип-инфекционист, фтизиатр. Улар 2013 йылда ғаилә ҡорған, ике ҡыҙ үҫтерәләр. Аделина һәм Динара Бишбүләк 1-се урта мәктәбендә белем алалар. Рөстәм Рәшит улының ата-әсәһе, хаҡлы ялда булһалар ҙа, һаман эшләп йөрөйҙәр. Рөстәм ғаиләһе менән йыш ҡына Өфөлә йәшәүсе ата-әсәһенә ҡунаҡҡа бара. Уларға даими шылтыратып, һаулыҡтары һәм тормоштары менән ҡыҙыҡһына.
Рөстәм ӘХМӘТ-ША
АБУ-ЗАРИ,
Фото Мөхәмәтдиновтың шәхси архивынан.