Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
3 Ғинуар , 11:17

Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы.

Халыҡ ғинуарға ҡарап йәйҙең нисек килеүе тураһында күп һынамыштар әйтеп ҡалдырған.

Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы.Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы.
Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы.

Ғинуар (һыуығай) – ҡарлы, буранлы, әсе һыуыҡлы ай. Иң көслө һыуыҡтар беҙҙең республикала 1959, 1963, 1979 йылдарҙың ғинуарында күҙәтелгән. Иғтибарлап ҡараһаң, ҡаты һыуыҡтар һәр 10 йыл һайын ҡабатланып тора. Ғинуар (һыуығай) – ҡарлы, буранлы, әсе һыуыҡлы ай. Иң көслө һыуыҡтар беҙҙең республикала 1959, 1963, 1979 йылдарҙың ғинуарында күҙәтелгән. Иғтибарлап ҡараһаң, ҡаты һыуыҡтар һәр 10 йыл һайын ҡабатланып тора. 

Ғинуарҙың көнө ҡыҫҡа, февралдең айы ҡыҫҡа.

Алтыһында туп-тулы ай – яҙғы ташҡын һыуға бай.
Раштыуа төнөндә күк йөҙө аяҙ булһа, баҡса уңыр, ҡар яуһа, алманан шәп уңыш көтөгөҙ.

Егермеһендә һыуыҡ булһа, йәй эҫе килер.

Егерме дүртендә бәҫ тотһа, йәй ямғырлы килер.

Әгәр ҡар ваҡ ҡына бөртөк менән һирәк кенә төшкөләһә, бик оҙаҡ һыуыҡ булыр.

Ҡояш тирәһендә нурҙар юғары сағылһа – буран булыр, түбән сағылһа – һалҡын булыр.

Бесәй моронон ҡаплап ятһа – һыуыҡҡа.

Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.

Ғинуар ҡарһыҙ һәм һалҡын булһа, йәй ҡоро һәм эҫе була.
Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар күп булһа, йәй ямғырлы була.
Ғинуарҙа ағас ботаҡтары боҙланып ҡатһа, сәтләүек һәм еләк-емеш күп булыр.
Ғинуар һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫе була.
Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.
Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыр. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.
Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.
Ҡоштар ҡарға йә ағастың аҫҡы ботаҡтарына ҡунаҡлаһа, тиҙҙән епшек көндәр килер, әгәр ағастың башына ултырһа – әсе һыуыҡтарға.
Тумыртҡаның ғинуарҙа туҡылдауы – иртә яҙға.
Ғинуарҙа ҡар ни тиклем күберәк булһа, көҙ икмәк мул булыр.
Ғинуарҙың икенсе яртыһы ҡояшлы торһа, уңыш яҡшы була.
Ғинуарҙа ҡоро һәм һалҡын булһа, яҙын ҡар тиҙ иреп бөтә.

Ҡыш ҡар күп һәм ҡалын булһа, йәй иген уңыр.

Ҡыш томан булһа, йәй йүкәнең балы күп булыр.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотоһы. 

 

Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы.
Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы.
Автор:
Читайте нас