+30 °С
Болотло


Мәктәп ишек алдында был көндә ысын мәғәнәһендә тылсымлы һәм күңелле мөхит хөкөм һөрҙө! Ата-әсәләр һәм 1-4 класс уҡыусылары өсөн күптән көтөлгән ҡышҡы яңы йыл ғаилә уйындары үткәрелде.
Матур байрам өсөн бөтә кәрәкле нәмә бар ине: эстафеталар барышында командалар етеҙлек кенә түгел, ә белемдәрен дә күрһәтте! Яңы йыл бейеүҙәре-спорт ярыштарынан һуң балалар ҙа, өлкәндәр ҙә дискотекаға бергә барҙы. Һәр кемдең йөҙөндә йылмайыу һәм шатлыҡ балҡыны. Был байрамды ойоштороуҙа ярҙам иткән бағыусыларыбыҙға һәм уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт белдерге килә.
https://vk.com/public202087847