

Туймазы ҡалаһында яңы форматтағы кадрҙар үҙәге асылды. Ойошма базаһында “РаботаЮ” йәштәр клубы эшләй. Яңы мәшғүллек үҙәге Туймазы ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) бурыстарын тормошҡа ашырыу менән бәйле барлыҡҡа килде. Был хаҡта Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
340 квадрат метр майҙанлы үҙәк Чехов һәм Луначарский урамдарының киҫелешендә урынлашҡан. Унда яҡты һәм уңайлы залдар, шулай уҡ интернет, компьютерҙар булған мәғлүмәттәр зонаһы урынлашҡан. Унда эш эҙләүселәр вакансиялар базаһын ҡарай, резюме төҙөй йәки электрон төрҙә дәүләт хеҙмәттәренән файҙалана ала.
“Төрлө граждандар – пенсия йәше алдындағылар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр, йәштәр, мәктәп йәшенә тиклемге балалары булған ҡатындар – өсөн адреслы саралар үткәрелә. Айырыуса иғтибар махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына арнала. Туймазылағы яңыртылған мәшғүллек үҙәге – хеҙмәт биржаһы ғына түгел, һәр кем ярҙам таба алған һәм үҙенең һөнәри карьераһында яңы офоҡтар таба алған киңлек”, - тине кадрҙар үҙәге етәксеһе Илгиз Сәғитов.
"Кадрҙар" милли проекты мәғариф ойошмаларының, компанияларҙың һәм дәүләттең координацияланған эше һөҙөмтәһендә эш биреүселәрҙең ихтыяжына ҡарап белгестәрҙе тиҙ арала әҙерләргә булышлыҡ итә.
Сығанаҡ: Туймазы районы хакимиәте, фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.
bashgazet.ru