

Рәмил Айыт ауылында ғүмер кисергән Вәсилә һәм Нәжип Ғәтиәтуллиндар ғаиләһендә тыуып-үҫкән. Рәмил Нәжип улының аттарға булған һөйөүе бала сағынан килә. Үҙе тураһында әллә ни һүҙ ҡуйыртмаһа ла, үҙенең аҡыллы һәм тоғро юртаҡтары хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер ул.
- Атайым урындағы лесничествола ат ҡараусы булып эшләне, күҙенә операция яһатҡас, бәләкәйҙән уға ярҙамлашырға тура килде. Ул саҡта барлыҡ эштәр ҡул көсө менән башҡарылды, күрше-тирә ауылдарҙағы эшселәр ат менән йөрөнө, ҡышҡыһын урмандан ат менән ағас ташый торғайнылар. Бында иң тәүҙә өс ат бар ине, тора-бара уларҙың һанын арттырҙыҡ һәм 30 башҡа еткерҙек. Үҙебеҙҙең хужалыҡта ла гел аттар аҫраныҡ, - тип һөйләй йорт хужаһы.
Бала саҡтан атаһынан күреп, ат өҫтөндә үҫкән, баш бирмәҫ тайҙарға эйәр һалған малай ун бер йәшендә беренсе тапҡыр Айыт ауылындағы һабантуйында майҙан уртаһыннан ҡоштай елеп үтә. Артабан район һабантуйында үҙен һынап ҡарай.
- Беренсе ярыш минең өсөн уңышһыҙ булды, атым бүрәнә аша һикереп, үҙем йығылдым, әммә уға ҡарап ҡына бәйгеләрҙә ҡатнашыуҙан төңөлмәнем. Икенсе йылына барыбер беренсе урынды алдым. Элек район һабантуйында ат ярышын ҡарауы ла күңелле ине, парадта 25-ләп ат үтә ине. Үҙебеҙ ҙә бәйгегә әйҙерләнеп бер аҙна Бишбүләктә ята торғайныҡ. Ун алты йәштә генә һаулығым арҡаһында ҡатнаша алманым,- тип һөйләй ул.
Ат элек-электән ир-егеттең тоғро дуҫы, айырылмаҫ иптәше һәм ышаныслы юлдашы, ярҙамсыһы һаналған. Заман алға китеп, атты алыҫ юлға йөрөү сараһы булараҡ ҡулланыу бөтөнләй тиерлек кәмеһә лә, йылҡы малы аҫраусылар күп кенә. Альбина һәм Рәмил Ғәтиәтуллиндарҙың шәхси хужалығында ла 10 баш йылҡы малы иҫәпләнә, улар тоҡомло аттар ҙа үрсетә. Ялан кәртәлә бейәләр, ҡолон-тайҙар күренә, шуларҙан өсәүһе – сабыш аттары. Хужа әйтеүенсә, сабыш аттарына айырым тәрбиә талап ителә икән.
- Тай-тулаҡты йәш ярымға ҡәҙәр егергә ярамай, ни тиһәң дә ҡурала йөрөп, ҡулдан ашатып үҙеңә эйәләшкән малды менгегә өйрәтеүе еңелерәк. Тәүҙә эйәрҙе ҡуябыҙ һәм етәкләп йөрөтәбеҙ. Һабантуйҙар мәле еткәс кенә түгел, ә ҡышҡыһын да атта һыбай йөрөйбөҙ, Мәктәптән ҡайтҡас, ҡыҙым Риана ла аттарҙы ярата, мәктәптән ҡайтыу менән бәрәңге баҡсаһында “Дюймовочка”ла юрттырып йөрөй. Йәш тайҙарҙы ла менгегә өйрәтә.
- Минең был йортка килен булып төшкәнемә утыҙ йыл тулды. Шул ваҡытта уҡ ихатала йылҡы малдары бар ине, ҡайным уларҙы шишмәгә төшөрөп эсерә ине. Хәҙер ирем Рәмил аттар өсөн йәнен бирергә әҙер, йәйгеһен уларҙы арҡанлап ҡуя, көн эҫетеп ебәреп, себен мыжғый башлаһа, алып ҡайтып һарайға ябып тора, ә көн һүрелгәс, тағын ла илтеп бәйләй. Һабантуйҙар мәле итһә, улым Эльдар менән сабыш аттарын ярышҡа ныҡлап әҙерләйҙәр: күнекмәләр үткәрәләр, көн һайын бер нисә саҡрым һыбай юрттырып киләләр, Димдә йөҙҙөрәләр, ялдарын шампунь менән йыуалар, - тип һүҙҙе дауам итә Альбина ханым.
Бәләкәйҙән ат ялына йәбешеп, уның өҫтөндә һыбай йөрөп үҫкән ир-егет әле булһа аттар ярата, уларға бар ваҡытын бүлә. Уға йәш тайҙы ҡулға өйрәтеү өсөн дә әллә күпме ауыҙлыҡларға, әллә күпме ат өҫтөнән тәкмәсләп төшөргә һәм һикереп тороп яңынан башларға кәрәк була әле. Тик ат йәнле ир-егеттәр ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел.
- Ауыл ерендә малсылыҡ менән шөгөлләнеп, ярайһы ғына көн күрергә мөмкинлек бар. Ит, ҡаҙылыҡ һата башлауға ике тиҫтә йылдан артыҡ инде. Хәҙер был эштең нескәлектәренә өйрәнеп бөттөк. Йылҡы малынан тыш, үгеҙ-башмаҡтар аҫрайбыҙ. Көндәрҙе һалҡынайтҡас беҙҙә һуғым өмәләре башлана: мал салыуҙы өмә менән башҡарһаҡ, ҡаҙылыҡ яһауҙа туғандар, балалар ярҙамлаша. Ҡаҙылыҡты бик майлы итмәҫкә тырышабыҙ, яртылаш ит, яртылаш май ҡушып яһайбыҙ, үҙҙәре теләгәнсә заказ биреүселәр ҙә бар. Үҙебеҙ етештергән был диетик ризыҡты даими һатып алыусыларыбыҙ бар. Айырыуса күстәнәскә тип ҡаҙылыҡ һорайҙар, уны Себерҙә эшләүсе улыбыҙ ҙа алып китә, кемдәрҙер киптерергә тип тә йылҡы итен ала, -ти асыҡ йөҙлө хужабикә.
Тик иткә оҙатҡансы малдың мәшәҡәте шаҡтай – уларҙы тәрбиәләйһе, көрәйтәһе бар. Мал аҙығын да етерлек әҙерләргә кәрәк, был йәһәттән хужалар бесәнде һатып ала. Йорт хужаһының көнө шул аттары тирәһендә үтә. Уларҙың ашарына һала, эсерә, һарайҙы таҙарта, эш араһында малдарын да яратып ала. Беҙ ҙә фотоға төшөрөү ниәте менән, кәртәлә торған аттар янына килеүгә, ҡулға эйәләшеп бөткән хайуандар муйындарын һоноп, ашарға һорай башланы. Ғаилә ағзалары йыш ҡына татлы ризыҡ – шәкәр менән һыйлай икән үҙҙәрен. Бер яҡ ситтә һабантуйҙарҙа ал бирмәгән Гроза ҡушаматлы бейә башын ғорур күтәреп баҫып тора, Ҙур һәм көслө, етеҙ булыу менән бергә бик тә матур ҙа шул был ат. Утарҙағы Дюймовочка, Аврора һәм Арабика һәм башҡа аттарҙың холоҡ-фиғелен хужалар өйрәнеп бөткән.
Йорт хужаһы Рәмил Нәжип улы - ат «ене» ҡағылған кеше. Ат сабыштарында призлы урындар яулап өлгөргән ир-уҙаман республикала ойошторолған сараларҙа төрлө ҡатнаша. Аталы-уллы Ғәтиәтуллиндар Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында уҙған «Терра Башҡортостан» (2019, 2021) республика ат-спорт турнирында алдынғы урындар яулаған. Ә бит еңеүгә ирешеү өсөн күпме тырышлыҡ, түҙемлек, етеҙлек кәрәк. Улар яулаған кубок, Рәхмәт хаттары, дипломдар өй түрендә ҡәҙерләп һаҡлана.
- Беҙгә ике тапҡыр "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. 2024 йылда ғаиләбеҙ менән ҡарарга ғына барҙыҡ, ә 2025 йылда үҙебеҙҙең хужалыҡтағы атты алып барҙыҡ. Эльдар улым Гроза белән 8 саҡрым арауыҡта сабышта ҡатнашты һәм 21 ат араһынан бишенсе булып килде. Күп тапҡырҙар райондан ситтә лә: Миәкә, Туймазы, күрше Ырымбур өлкәһендә үткән һабантуйҙарҙа ҡатнаштым, бер ҡасан да бүләкһеҙ ҡайтманым. Хәҙер улыбыҙ Эльдарҙы районда еңеүсе тип беләләр, былтыр һабантуйға беҙ ике ат әҙерләнек, Риана ҡыҙым аттар менән шөғөлләнде һәм Эльдар улым ике йәш категорияһында һыбай ярышты. Гроза менән таҙа ҡанлы тоҡомло аттар бәйгеһендә икенсе урын алды. Ике йәшлек Аврора менән урындағы тоҡомло аттар араһында финишка беренсе булып килде. Ә быйыл, алла бирһә, һабантуйға өс ат әҙерләйәсәкбеҙ, - ти, алға өмөт менән ҡараусы ғаилә пары.
Ғәтиәтуллиндарҙың татыу ғаиләһендә өс бала үҫә: ҙур ҡыҙҙары Эвелина шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштергән, әле декрет ялында – кескәй улы Әлимде тәрбиәләй. Улдары Эльдар Лянторҙа вахта ысулы менән эшләй, кескәй ҡыҙҙары Рияна ауылдағы белем усағының 8-се класында уҡый. Альбина Фаяз ҡыҙы Айыт Күп функциялы мәҙәни үҙәгендә китапханасы булып эшләй. Көндәре эш менән үтһә лә, кисен улар ҙур табын артына ултырып, көндәлек эштәре тураһында һөйләшәләр, пландары менән уртаҡлашалар.
Беҙ Яңы йылға яңы бағлап аяҡ баҫыусы Ғәтиәтуллиндарға киләсәктә лә тотороҡло ғаилә традицияларын дауам итеүҙәрен теләйбеҙ.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотолары.