Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
18 Ғинуар , 07:20

Бер быуатлыҡ яҙмыш

Бишбүләк ауылының мәғариф ветераны Таисия Дмитриевна Митрофанова 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Бер быуатлыҡ яҙмышБер быуатлыҡ яҙмыш
Бер быуатлыҡ яҙмыш

Таисия Дмитриевна 1926 йылдың 13 ғинуарында Бишбүләк ауылында Дмитрий Николаевич һәм Матрена Петровна Михайловтарҙың күп балалы ғаиләһендә алтынсы бала булып тыуған, уларҙың ете балаһы булған. Уның атаһы бик иртә, 1927 йылда, Таисияға бер генә йәш булғанда вафат була. Ул ваҡытта балаларҙың иң өлкәненә ни бары 13 йәш була. Атаһы вафат булғандан һуң ғаиләгә еңел булмай, бөтә ауыр хеҙмәт әсә һәм балалар иңенә төшә. Мәктәпте тамамлағандан һуң Таисия Дмитриевна К.И.Тимерязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. 1948 йылда уны «Математика» бүлеге буйынса уңышлы тамамлай һәм Бишбүләк урта мәктәбендә эшләй башлай.

1952 йылда Георгий Васильевич Митрофановҡа кейәүгә сыға һәм уның менән ғүмер буйы йәшәй. Георгий Васильевич та уҡытыусы була һәм  тарих фәненән уҡыта. Митрофановтар ғаиләһендә өс бала тыуа: улдары Иосиф һәм ҡыҙҙары Галина һәм Виктория. Балалары ла ата-әсәләре юлынан китә һәм шулай уҡ педагогик белем ала, үҙ тормошон мәктәп менән бәйләй.

Таисия Дмитриевна бөтә ғүмерен мәктәптә эшләүгә бағышлай. Уның педагогик эшмәкәрлегенең дөйөм стажы 37 йыл тәшкил итә. Ул әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара: мәктәп профсоюзының урындағы комитеты рәйесе була, күп йылдар мәктәптең партия ойошмаһын етәкләй, беренсел партия ойошмаһы секретары, шулай уҡ ауыл Советы депутаты була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Таисия Дмитриевнаның ире бер нисә йыл элек вафат була, әммә уның янында уның ҡыҙы, туғыҙ ейәне һәм ун биш бүләһе бар. Таисия Дмитриевна әлеге ваҡытта Өфө янында кесе ҡыҙы Викторияның йортонда йәшәһә лә, ул һәр ваҡыт үҙенең тыуған яғы, Бишбүләк менән бәйле йәшлек йылдарын, мәктәпте һәм үҙенең уҡыусыларын йыш иҫкә ала.

Анна ӘСӘҘУЛЛИНА.

Митрофановтарҙың ғаилә архивынан фото.

Бер быуатлыҡ яҙмыш
Бер быуатлыҡ яҙмыш
Автор:
Читайте нас