Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
20 Ғинуар , 06:59

Майор сағында дошмандар уны Генерал тип йөрөткән...

Данлыклы разведчик Даян Мурзиндың тыуыуына 105 йыл.

Майор сағында дошмандар уны Генерал тип йөрөткән...Майор сағында дошмандар уны Генерал тип йөрөткән...
Майор сағында дошмандар уны Генерал тип йөрөткән...

"Ҡара генерал" - Даян Мурзин 1921 йылдың 20 ғинуарында Баҡалы районы Иҫке Балыҡлы ауылында тыуа.

Уның исеме генә лә дошмандарҙың ҡотон алған.  Гитлер уны үҙенең шәхси дошманы, тип иғлан иткән һәм тотҡан өсөн өс миллион рейхсмарка вәғәҙәләгән.
Даян Мурзин  республикала ғына түгел, Чехия һәм Словакия илдәрендә киң билдәле шәхес – Чехословакияның милли геройы, Чехияның һәм Словакияның 15 ҡалаһының почетлы гражданы. Словакияның Злин ҡалаһының үҙәк майҙаны майор Мурзиндың исемен йөрөтә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҡташыбыҙ Ян Жижка исемендәге партизандар бригадаһы менән етәкселек итә һәм дошмандарға ҡаршы ҡаһармандарса көрәшә. Даян Мурзин Ҡыҙыл Байраҡ ( ике тапҡыр), I һәм II дәрәжә “Ватан һуғышы”, Ҡыҙыл Йондоҙ
( ике тапҡыр) ордены, I һәм II дәрәжә “Ватан һуғышы партизанына”миҙалы һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнгән.
Дошман тылында 600 партизандан торған отряды менән 20 күперҙе шартлатҡан, 60 эшелонды, 18 самолетты һәм 4 000 фашисты юҡ иткән! Шуға ла уны «Ҡара генерал» тип йөрөткәндәр.

Легендар генерал 2012 йылдың 10 февралендә вафат булды.

 

Майор сағында дошмандар уны Генерал тип йөрөткән...
Майор сағында дошмандар уны Генерал тип йөрөткән...
Майор сағында дошмандар уны Генерал тип йөрөткән...
Автор:
Читайте нас