

Инде бер нисә йыл рәттән минималь стаж 15 йыл тип алынған. Стаж етмәгән хәлдә 5 йыл һуңыраҡ социаль пенсия ғына ҡаралған.
Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын тәғәйенләү өсөн тағы бер мөһим нәмә - пенсия балының булыуы мөһим. 2026 йылда йәш буйынса пенсияға сығыу өсөн кәмендә 30 балл булырға тейеш. Әгәр ҙә быйыл ҡатындарға 59 йәш, ирҙәргә 64 йәш тулып та, уларҙың балы 30-ға етмәй икән, был осраҡта улар пенсияға сыға алмай. Уларға страховка пенсияһы тейеш түгел. Бындай кешеләрҙең социаль пенсияға ғына хоҡуғы бар. Әммә социаль пенсия алыу өсөн уларға тағы биш йыл көтөргә кәрәк була.
ye102.ru