Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ғинуар , 18:52

Ҡышҡы миҙгелде асыу тантанаһы үтте

Мәктәп эргәһендәгеһырғалаҡ йәнә урындағы халыҡты йәлеп итеү үҙәгенә әүерелде. Уҙған ял көндәрендә бында йәше-ҡарты күңел асты. 

Ҡышҡы миҙгелде асыу тантанаһы үтте
Ҡышҡы миҙгелде асыу тантанаһы үтте

Сараның программаһы бай булды: балалар боҙ майҙансығындағы эстафеталарҙа оҫталыҡта ярышты, ә музыкаль оҙатыу байрам кәйефен тыуҙырҙы.

Йәш хоккейсыларға айырыуса иғтибар бүленде. Балалар хоккейының төп бағыусыһы Евгений Ринатович Имашев өгөт-нәсихәт телмәре менән сығыш яһаны, спорт инфраструктураһын үҫтереү — үҫеп килгән быуындың уңышлы киләсәге өсөн нигеҙ, тип билдәләне. Ҡотлауҙарға Дим ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Раушантя Салауат ҡыҙы Тихонова ла ҡушылды. Өлкән йәштәгеләр иһә  балаларҙың ихлас шатланыуын һәм ихлас күңел асыуҙарын күҙәтеп, бала сағына ҡайтҡандай булды. Хәҙер хоккей майҙансығы ҡунаҡтарҙы көн һайын ҡабул итергә әҙер, был үҙенә күрә ауылдың ҡышҡы ял итеү урыны ла буласаҡ. 

https://vk.com/club125258211

Ҡышҡы миҙгелде асыу тантанаһы үтте
Ҡышҡы миҙгелде асыу тантанаһы үтте
Ҡышҡы миҙгелде асыу тантанаһы үтте
Ҡышҡы миҙгелде асыу тантанаһы үтте
Ҡышҡы миҙгелде асыу тантанаһы үтте
Автор:
Читайте нас