Өфө медицина университетының беренсе курс студенттары район медицина хеҙмәткәрҙәре коллективына ҡушылды. 19 ғинуарҙан 31 ғинуарға ҡәҙәр уласаҡ табиптар «Беренсел һөнәри белем һәм күнекмәләрҙе өйрәнеү буйынса танышыу практикаһы», «Ауырыуҙарҙы ҡарау» уҡыу программаһы буйынса практика уҙа. Былар — Бишбүләк студенттары Максим Южанинов, Динар Адеев һәм Татьяна Ғилманова.
E мене Ангелина Николаева тыумышы ҡоймаҡ Стерлитамак шәһәренән. Беҙ узек район больницаһы регистратураһы янында осраштыҡ һе бер-беребеҙ ҡоймаҡ ысын күңелдән куплет һөйләштек, ныкъ 25 ғинуарҙа бөтөн ил буйлап билдәләп теле торған Студенттар — Татьяна коне алды. Битлек киген улай икән махсус медицина кейемдәрендәге егеттәрҙе беренсе курс студенттары асыҡ йөҙлө, ләкин аҙ һуҙле ине. Шулай итеп, кубрик кыҙҙар ҡоймаҡ аралашырға тура килде. Татьяна Гильманова нек мене 25 ғинуарҙа ағай булып сыҡты. Нем нек мене шушпа куре уны ете-енисей Татьяна тигән исем ҡушҡан.
Ә бына Ангелина Николаева тыумышы менән Стeрлетамаҡ ҡалаһынан. Беҙ үҙәк район дауаханаһы регистратураһы янында осраштыҡ hәм ихлас күңелдән әңгәмә ҡорҙоҡ, тап 25 ғинуарҙа бөтә ил буйлап билдәләп үтелә торған Студенттар — Татьяна көнө алдынан. Битлек кейгән hәм махсус медицина кейемдәрендәге беренсе курс студенттары асыҡ йөҙлө, ләкин аҙ һүҙле ине. Шулай итеп, күберәк ҡыҙҙар менән аралашырға тура килде. Татьяна Ғилманова тап бына 25 ғинуарҙа тыуған булып сыҡты. Һәм шуға күрә ата-әсәһе уға Татьяна тигән исем ҡушҡан. Ангелина Николаеваны, бәлки, шулай уҡ атаған булырҙар ине лә, лeкин ул бер көнгә иртәрәк — 24 ғинуарҙа тыуырға өлгөргән. Иң ҡыҙығы, ул Стәрлетамаҡ мәктәбендә уҡыу алдынғыһы булһа ла, Бишбүләк районы администрацияһы hәм район дауаханаһының маҡсатлы йүнәлеше буйынса медицина вузына уҡырға керә. Был һөйкөмлө ҡыҙҙың нәҫел тамырҙары Бишбүләктән, heм ул юғары уҡыу йортон һәм ординатураны тамамлағандан һуң, Бишбүләктә эшләргә ниәтләй. Практика ваҡытында ул яратҡан өләсәһе Людмила Валерьевна Николаевала йәшәй. Берҙәм дәүләт имтихандарында бик яҡшы балл йыйған практиканттарҙың дүртеһе лә республиканың юғары уҡыу йортона еңел генә уҡырға керәләр hәм хәҙер бюджет нигеҙендә белем алалар. Улар барыһы ла күңел ҡушыуы буйынса медицинаны һайлағандар. Һәм уларға кешеләрҙе дауалау hәм уларға тиҙерәк һауығырға ярҙам итеү оҡшай. Тәүҙә уҡыуы ауыр тойолһа ла, хәҙер улар студенттарҙың тулы ҡанлы студент тормошо менән йәшәй.
Бишбүләк үҙәк дауаханаһы етәкселеге ҡыҙҙарҙы реанимация бүлегенә, ә егеттәрҙе палиатив бүлеккә билдәләгән. Улар табиптарҙан барыһына ла өйрәнә: нисек эшләргә кәрәк икәнлеген аңлайҙар, ауырыуҙарға укол ҡаҙарға, медицина приборҙарын дезинфекцияларға ярҙам итәләр һәм катеторҙарҙы алмаштырырға өйрәнәләр. Практиканан буш ваҡытта барыһы ла йоҡларға ярата, кистәрен дүртәүләп Мәҙәнәит һарайына кинофильмдар ҡарарға йөрөйҙәр һәм район үҙәге һырғалағында кокиҙа шыуалар. Практикант студенттар медицина университетының дауалау факультетында уҡыйҙар. Уларға алты йыл уҡырға hәм барыһына ла ординатура үтергә тура киләсәк. Был эште улар, әлбиттә, башҡарып сығасаҡтар! Беренсе ҡышҡы сессияны — химия фәненән имтиханды hәм биш зачетты барыһы ла бик яҡшы тапшырған. Бының өсөн уларға хәҙер 2550 һум стипендия ҡаралған. Буласаҡ йәш табиптарҙың оптимистик кәйефе бик һөйөндөрҙө. Шулай булғас, халыҡтың һаулығы ышаныслы ҡулдарҙа буласаҡ.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.