Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ғинуар , 12:24

Студенттар тураһында ун ҡыҙыҡлы факт

Әлеге яҙмала студентлар тормошона бәйле ҡыҙыҡлы факттар һәм ышаныуҙарға күҙ һалайыҡ әле.

Студенттар тураһында ун ҡыҙыҡлы факт
Студенттар тураһында ун ҡыҙыҡлы факт

1. Япония студенттары үҙҙәре менән имтиханға шоколад алып, уны җавап биргәндә уҡытыусы алдына һалалар икән. Уларҙа тап бына шоколад имтиханда уңыш килтерә тип һанала.

2. Нант ҡалаһының бер университетында йоҡлап алыу өсөн махсус бер бүлмә бар. “Йоҡо бүлмәһен» студенттар параларҙа йоҡламаһын өсөн асҡандар. Хәҙер унда һәр кем кереп, ял итә ала.

3. Абитуриенттар тип беҙ университетҡа керергә әҙерләнеүселәрҙе әйтергә күнеккәнбеҙ Ысынында, был һүҙ “китеү” тип тәржемә ителә. Шулай уҡ абитуриент тип вуз сығарылыш уҡыусыларын да әйтәләр.

4. 200 йыл элек Рәсәйҙә ресторандарҙа һәм кабактарҙа студенттарҙың арҡаларына уларҙың адресын яҙғандар. Был миҙгел хатта А. П. Чехов әҫәрендә лә һүрәтләнгән.

5. Күп кенә сит ил вуздарында “боронғо ҡысҡырыу” тип аталған сәйер традиция популярлык яулай. Студент урамға сығып, 5-10 минут ҡырағай тауыштар сығарырға мөмкин. Бындай күнегеүҙәр сессия ваҡытында көсөргәнеште кәметергә ярҙам итә тип һанала.

6. «Студент» һүҙен беренсе тапҡыр Рим шағирә Овидий ҡулланған. Латин теленән тәржемә иткәндә “студент” — тырышып эшләй һәм уҡый торған кеше.

7. Донъяла иң оҙон шпаргалка-600 метрҙы тәшкил итә. Студенттарға уны әҙерләү өсөн 16 сәғәт ваҡыт киткән.

8. Имтихан менән бәйле иң популяр хөрәфәт: имтихан алдынан йыуынырға ярамай, һине һүгергә, ботинкаға тәңкә һалырға кәрәк.

9. Принстон университетында (АКШ) студенттары аудиторияла уҡытыусы булмағанда яҙма имтихандар тапшыралар. Хикмәт – беренсе курс студенттары тантаналы рәүештә ант биргән “намығ кодексы» нда. Уның нигеҙендә студент, тәртипле кеше булараҡ, ғәмәлдән сыҡмаҫҡа тейеш.

10. Студент ҡартая. Был факт. Һәр хәлдә, Европала кешеләр һуңыраҡ белем ала. Мәҫәлән, Швецияла уртаса студенттар йәше 25,5 йәште тәшкил итә. Ә Рәсәйҙә ҡартлыҡты кисектереү өсөн 18 йәштән 27 йәшкә  ҡәҙәр уҡырға әҙер уникумдар бар.

Студенттар тураһында ун ҡыҙыҡлы факт
Студенттар тураһында ун ҡыҙыҡлы факт
Автор:
Читайте нас