Рәсәй Президенты Владимир Путин РФ Ҡораллы Көстәрендә Хәрби полиция көнөн билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Байрам йыл һайын 8 февралдә билдәләнәсәк
Бындай байрамды булдырыу тәҡдиме менән уҙған йылдың октябрендә Рәсәй Оборона министрлығы сығыш яһаны. Яңылыҡ инициаторһары аңлатыуынса, 1812 йылдың 8 февралендә император Александр I “Ҙур ғәмәлдәге армия менән идара итеү учреждениелары” исемле документҡа ҡул ҡуйған. Унда “Ҡыр хәрби полицияһының дөйөм ҡағиҙәләре” гамәлгә индерелгән.
ылу документ армияла дисциплина һәм хәүефһезлек нигеҙҙәрен булдыра. Шул уҡ йылдың йәйендә Наполеон Бонапарт ғәскәрҙәре Рәсәй империяһы территорияһына бәреп керә. Һуғыш ярты йылдан һуң тамамлана – француз армияһы тулысынса тар-мар ителә һәм ҡыуып сығарыла.
лента.ру