

- Быйылғы форум муниципалитеттар, региондар бер-береһе менән аралаша ала торған берҙәнбер майҙансыҡтыр, моғайын. Һәм бының өсөн Бөтә Рәсәй урындағы үҙ идараны үҫтереү ассоциацияһына (ВАРМСУ) айырым рәхмәт әйтәһе килә, - тине Андрей Трубецкой.
Муниципалитет башлығы инвестицияларға бағышланған секцияла ҡатнашты. Унда муниципалитеттың административ кәртәләрен еңеү, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҙыҡһындырыуҙың матди һәм матди булмаған ысулдарын индереү һәм вәкаләтле органдар, шул иҫәптән Рәсәйҙә беренче муниципаль инвестагентлыҡ булдырыу тәжрибәһе тураһында һүҙ барҙы.
- Региондарҙағы коллегаларҙы ла тыңлау бик ҡыҙыҡлы булды, - тип өҫтәне спикер. - Ресурстар базаһы кәмей, ә ресурстар өсөн конкуренция арта. Шуға күрә "тәгәрмәс уйлап табырға" ваҡытыбыҙ юҡ. Хеҙмәттәштәреңде тыңлау һәм уларҙан ниндәйҙеер ҡыҙыҡлы фәһем алыу еңелерәк.
kiziltan.ru