Дим буйҙары
-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль , 20:04

Мөһим сара үтте

Бишбүләктә муниципаль район Советының 14-се ултырышы үтте. 

Мөһим сара үтте
Мөһим сара үтте

Ултырышта 2025 йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Отчет докладтары менән муниципаль район Советы рәйесе Юрий Павлов һәм район хакимиәте башлығы Вазифаһын башҡарыусы Артур Ғәлиев сығыш яһаны.

Ул йыйылыусыларға иҡтисад, төҙөлөш, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, йәштәр сәйәсәте, спорт, мәҙәниәт өлкәһендәге һөҙөмтәләр, шулай уҡ үҙ ойошмаларында ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса алып барылған эш тураһында хәбәр итте. Совет депутаттары отчет докладын ҡабул итте. Сарала шулай уҡ район хакимиәтенең 2026 йылға эш планы ҡаралды.

Был көндә Бишбүләк мәҙәниәт Һарайында Халыҡтар берҙәмлеге йылы уңайынан күргәҙмәләр ойошторолдо. Район хәкимиәте етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Ғәлиев һәм Өфөнән килгән ҡунаҡтарҙан Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов һәм республика Дәүләт Йыйылышы депутаты Рәмил Баҙамшин күргәҙмәләрҙе ҡараны һәм милли аш-һыуҙан ауыҙ итте.

Беҙҙең район ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ҙур ярҙам күрһәтә. “Изгелек“, ”Бөтәһе лә Еңеү өсөн!”, “Беҙ бергә!“төркөмдәре һәм башҡалар бында үҙҙәренең көндәлек эштәрен күрһәтте.

Районыбыҙ шулай уҡ күп милләт вәкилдәренең үҙ-ара татыу һәм берҙәм булып йәшәүҙәре менән дан тота. Рус, мордва, татар, сыуаш ойошмалары кеүек, район башҡорттары ҡоролтайы ла ҡунаҡтарҙы йыр-моң һәм милли аш-һыу менән ҡаршы алды. Һуңынан Халыҡтар берҙәмлеге стенды аҫтында милли кейемдәрҙәге милләттәштәребеҙ менән фотоға төштөк.

Мөһим сара үтте
Мөһим сара үтте
Мөһим сара үтте
Мөһим сара үтте
Мөһим сара үтте
Мөһим сара үтте
Мөһим сара үтте
Автор:
Читайте нас