Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Февраль , 21:54

Банк хеҙмәткәре ҡотҡарып ҡалған

Өфөлә бер әбей мутлашыусылар тҙағына эләгә яҙған

Банк хеҙмәткәре ҡотҡарып ҡалған
Банк хеҙмәткәре ҡотҡарып ҡалған

70 йәшлек ханым мессенджерҙа бер хәбәр алған. Ул, йәнәһе, уның элекке эш биреүсеһенән килгән һәм «хеҙмәткәрҙәрҙең шәхси мәғлүмәттәре менән архивты һанлаштырыу» зарурлығы тураһында булған. Ҡатын сылтама буйынса күскән һәм, хәбәрҙә талап ителгәнсә, алты һанлы кодты ебәргән. Шунан һуң оҙаҡ та үтмәй ул үзенең «Госуслуги» порталындағы кабинеты ватыу туаһында хәбәрҙәр ала башлған.

Артабан уның менән, йәнәһе, үҙҙәрен «Госуслуги» порталы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған кешеләр бәйләнешкә кергән. Акчаларҙы һаҡлау һылтауы менән улар аҡсаны «яңы баланс счетына» күсереү кәрәклегенә ышандырған, юғиһә, уларҙы мошенниктар урлаясаҡ, тип ҡурҡыткандар.

Ҡатын, ҡурҡып, банкка киткән. Ухтомский урамында урынлашҡан «Һаҡлыҡ банкы» бүлексәһендә эшләгән хезмәткәр мутлашыу осрағын билдәләгән һәм әлеге хәл тураһында полицияға хәбәр иткән.

ТИҙ арала финанс учреждениеһы хеҙмәткәре бүләкләү өсөн Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идараһына саҡырыласаҡ.

Сығанаҡ: kiziltan.ru

 

Банк хеҙмәткәре ҡотҡарып ҡалған
Банк хеҙмәткәре ҡотҡарып ҡалған
Автор:
Читайте нас