+30 °С
Болотло


Был хаҡта Башгидрометүҙәктең метеопрогноздар бүлеге етәксеһе Гөлназ Заһитова хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, 2026 йылда яҙ иртә килә һәм йылы була.
«Майҙың һалҡынса булыуы фаразлана. Уртаса айлыҡ температура аномалияһы – 0, -1 градус», — тине әңгәмәсе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда республикала яҙ иртә килде. Төп йылғаларҙа марттың егермеләрендә боҙ китә башланы, башлыса был күренеш апрелдең беренсе декадаһы аҙағында — икенсе декадаһы башында күҙәтелә.
Башинфом.