Дим буйҙары
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль , 10:56

53 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

Проект фәндең ҡаҙаныштарын күрһәтеп кенә ҡалмай, ә һәр кемгә үҙен тикшеренеүсе итеп тойорға мөмкинлек биреп, уға йәлеп итә

53 меңдән ашыу кеше ҡатнашты
53 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

2025 йылда Фән һәм технологиялар тиҫтә йыллығы барышында асылған Башҡортостан Республикаһының туғыҙ фәнни-популяр турҙарында 53 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Улар “Йәштәр һәм балалар” милли проекты маҡсаттарына ярашлы эшләгән Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы майҙансығында башлана, тип хәбәр иттеләр төбәктең Фәнни-белем биреү үҙәге идара итеүсе компанияһында.

Башҡортостандың фәнни-популяр турҙары программалары ғалимдар етәкселегендә тәжриәбәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреүҙе үҙ эсенә алған интерактив формат менән айырылып тора. Маршруттар буйынса ҡатнашыусылар алдынғы лабораторияларға, юғары технологиялы предприятиеларға һәм уникаль тәбиғәт объекттарына юллана. Турҙар экспертизаны уңышлы үтә һәм Бөтә Рәсәй реестрына индерелә. Бынан тыш, быйыл Түбәнге Новгород – Өфө — Новосибирск төбәк-ара ғилми маршрутын асырға планлаштыралар.

– Шуныһы мөһим: проект фәндең ҡаҙаныштарын күрһәтеп кенә ҡалмай, ә һәр кемгә үҙен тикшеренеүсе итеп тойорға мөмкинлек биреп, уға йәлеп итә. Фән һәм йәмғиәт араһындағы бындай йәнле диалог фән һәм технологияларҙың ун йыллығы маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа төп элемент булып тора. Республиканың уңышлы тәжрибәһе башҡа төбәктәргә лә таратылыр тип ышанам, — тип билдәләне Башҡортостандың фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

“Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙҙәрен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән.

Милли проект үҙәгендә-мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикаларын һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Приоритет 2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: БР Хөкүмәте.

 bashgazet.ru

53 меңдән ашыу кеше ҡатнашты
53 меңдән ашыу кеше ҡатнашты
Автор:
Читайте нас