Дим буйҙары
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Февраль , 09:50

Радий Хәбиров Ленара Ивановаға Салауат Юлаев ордены тапшырҙы

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға эшкә күсә. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә белдерҙе.

Радий Хәбиров Ленара Ивановаға Салауат Юлаев ордены тапшырҙы
Радий Хәбиров Ленара Ивановаға Салауат Юлаев ордены тапшырҙы

Ленара Иванова министр вазифаһында 15 йыл да 100 көн эшләгән. Парламентта ул закон сығарыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнәсәк. Радий Хәбиров уға эше өсөн рәхмәт әйтте һәм награда тапшырҙы.

– Эш ваҡытында мин бөтә көсөмдө һалып тырыштым, ҡайһы берҙә, бәлки, артыҡ эмоциональ булғанмындыр, сөнки һәр һорау артында аныҡ кешенең йәшәү сифаты тора. Беҙҙе федераль кимәлдә күрәләр, хөрмәт итәләр һәм хуплайҙар. Әлбиттә, күп кенә башланғыстар республика Башлығының кешеләрҙең проблемаларына шәхси мөнәсәбәтенән сығып барлыҡҡа килде. Бөтә бурыстарҙы ла үтәй алған көслө команда ҡалдырам, – тине Ленара Иванова.

Министр итеп Ольга Кабанова тәғәйенләнәсәк. Быға тиклем ул ведомство етәксеһенең беренсе урынбаҫары вазифаһын биләгән.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

башинформ. 

Радий Хәбиров Ленара Ивановаға Салауат Юлаев ордены тапшырҙы
Радий Хәбиров Ленара Ивановаға Салауат Юлаев ордены тапшырҙы
Автор:
Читайте нас