Дим буйҙары
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Февраль , 12:18

Приют ҡасабаһында “Йәштәр” скверын төҙөкләндереүҙе дауам итәсәктәр

Былтыр биләмәлә беренсе этап эштәре тамамланған. Мәҫәлән, йәйәүлеләр юлдарына асфальт түшәлгән, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылған, электр тапшырыу линияларының яңы таяуҙары һәм яҡтыртҡыстар монтажланған, ҡыуаҡтар ултыртылған.

Приют ҡасабаһында “Йәштәр” скверын төҙөкләндереүҙе дауам итәсәктәр
Приют ҡасабаһында “Йәштәр” скверын төҙөкләндереүҙе дауам итәсәктәр

Бәләбәй районының Приют ҡасабаһындағы “Йәштәр” скверын төҙөкләндереү быйыл “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) тормошҡа ашырыу барышында дауам итәсәк. Был хаҡта район хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Былтыр биләмәлә беренсе этап эштәре тамамланған. Мәҫәлән, йәйәүлеләр юлдарына асфальт түшәлгән, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылған, электр тапшырыу линияларының яңы таяуҙары һәм яҡтыртҡыстар монтажланған, ҡыуаҡтар ултыртылған. Бынан тыш, скверҙа баскетбол, волейбол, мини-футбол һәм ҙур теннис өсөн универсаль спорт майҙансығы булдырылған. Майҙансыҡ кәртәләнгән һәм ул йөйһөҙ резина менән түшәлгән.

"Быйыл проекттың икенсе этабын тормошҡа ашырабыҙ: памп-трек, мини-рампа ҡоролмаһы. Өҫтәл теннисы өсөн айырым майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк. Биләмәне йәшелләндереүҙе дауам итәсәкбеҙ һәм видеокүҙәтеү системаһын урынлаштырасаҡбыҙ”, — тип билдәләне район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Бәләбәй районының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән. 

Приют ҡасабаһында “Йәштәр” скверын төҙөкләндереүҙе дауам итәсәктәр
Приют ҡасабаһында “Йәштәр” скверын төҙөкләндереүҙе дауам итәсәктәр
Автор:
Читайте нас