

Учалы ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Ирина Абдрахманова үҙ предприятиеһының әйләнештәге аҡсаһын тулыландырыу өсөн Башҡортостан микрокредит компанияһы хеҙмәттәренән файҙаланған. Кредит менеджерынан консультация алып, эшҡыуар МСП.РФ платформаһы ярҙамында 1,5 миллион һум күләмендә заем алған. Дәүләт ярҙамы «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
— Микрокредитлау хеҙмәттәре кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында иң талап ителгәндәрҙең береһе булып ҡала. Был ярҙам традицион банк кредиттарына ҡарағанда байтаҡҡа тиҙерәк аҡса алырға мөмкинлек бирә. Ябайлаштырылған процедуралар һәм оператив ҡарарҙар уны әйләнештәге средстволарҙы тулыландырыу, тауарҙар һатып алыу йәки хеҙмәттәр өсөн түләү кеүек ҡыҫҡа сроклы ихтыяждарҙы ҡаплау өсөн ҡулай ҡоралға әйләндерә, - тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Ирина Абдрахманова дүрт йылдан ашыу эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, магазины биҙәү материалдары һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Учалылар магазинды тауарҙарҙың күп һәм төрлө булыуы, профессиональ ҡарашы һәм иғтибарлы хеҙмәтләндереүе өсөн ҡәҙерләй. Бәләкәй ҡалаларҙа төҙөлөш материалдарын киң һайлауҙы тәьмин итеү йәшәү сифатын күтәреү, аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү һәм торлаҡтың энергия һөҙөмтәлелеген тәьмин итеү өсөн мөһим. Урында төрлө материалдар булыу транспорт сығымдарын кәметергә, төҙөлөштә тотҡарлыҡтар булмаҫҡа, экологик һәм хәүефһеҙ варианттар һайларға мөмкинлек бирә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru