2026 йылда Дәүләкән районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) нигеҙендә Дәүләкән – Талбазы юлында Дим йылғаһы аша күпер ремонтлауҙы тамамлау ниәтләнә. Был турала республиканың Транспорт министрлығы хәбәр итә.
206 погонлы метрға тиң ҡоролманың уң яҡ яртыһында 2025 йылда эште тамамлап, хәрәкәт тергеҙелгән. Бындай эштәр күперҙең һул яҡ өлөшөндә лә башҡарыласаҡ. Ремонт уңайлы һауа торошо урынлашыу менән башланасаҡ. Барлыҡ эштәр ҙә график буйынса алып барыла.
- 56 меңдән ашыу кеше йәшәгән Дәүләкән районы өсөн күпер бик мөһим. Ул Дәүләкәнгә ингән урында урынлашҡан, Соколовка яғынан ҡалаға инеүҙе тәьмин итә. Уның буйынса көн һайын 1800-ҙән ашыу машина үтә. Шул иҫәптән йәмәғәт транспорты, мәктәп автобустары. Шуға ла күперҙе ремонтлау, юлды хәүефһеҙ итеү бик мөһим, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был күпер авария хәлендә ине. Шуға ла 2024 йылда юлсылар унда капиталь ремонт эштәрен башланы. Был сараларҙы 2026 йылда тамамлау ниәтләнә.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
/bashgazet.ru