Ҡурсаҡтарҙың сағыу күргәҙмәһендә рустар, башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, мордваларҙың милли кейемдәре менән танышырға мөмкин ине. Балалар милли кейемдәр араһындағы айырмаларҙың тарихи әһәмиәте тураһында белде, башҡорттарҙың боронғо заманда йәшәгән тирмә макетын ҡараны.
Дәрестең практик өлөшөндә өлкән класс уҡыусылары милли кейемдәрҙең һыҙмаларын эшләне, төп колористик мөнәсәбәттәрҙе һәм орнаменталь элементтарҙы тапшыра алды. Башланғыс класс уҡыусылары иһә пластилиндан милли костюмдар яһау менән шөғөлләнде. Был дәрестәр алынған белемде практик нығытыу һәм визуаль күҙәтеүҙе арттырыу менән бергә бара, киләсәктә был буласаҡ рәссамдарға кәрәк буласаҡ.
https://vk.com/public217369844