Махсус хәрби операциялағы һалдаттарға, уларҙың ғаиләләренә башкөллө ярҙам итеүе, эшен шул тиклем ихлас итеп башҡарыуы һоҡландырғайны.
Һуңынан үҙенең дә улының махсус хәрби операцияла һәләк булыуын ишеткәс, ауыр ҡайғыларҙы кисереп тә һынмаған, оло йөрәкле сабыр ҡатынға ихтирамыбыҙ бермә-бер артты, уның менән күрешеү, мәҡәлә яҙыу теләге тыуҙы.
Шуға ла Бишбүләк районына сираттағы сәфәребеҙҙә иң беренсе булып Гүзәлиә Әхмәҙетдин ҡыҙына юлландыҡ.
Тәүҙә уны эш урынында тап иттек. Үҙ ҡайғыһы менән килгән ҡатынды ҡабул итеп, уның проблемаларын тыңлай ине беҙ барғанда. Бында исем өсөн генә эшләп булмай. Кемдеңдер яҡынынан хәбәр юҡ, кемгәлер башҡа төрлө ярҙам кәрәк. Һәр береһен ихлас тыңлай, береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай Гүзәлиә ханым.
Һөнәре буйынса ул уҡытыусы. Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы мәктәбендә 40 йылға яҡын балаларға белем бирә. Шул уҡ ваҡытта фольклор, театр түңәрәктәрен дә алып барырға өлгөрә. Улының махсус хәрби операцияла һәләк булыуы уның тормошон ҡырҡа үҙгәртә.
– Эшемде ташлап, үҙемдең ҡайғыма бикләнеп кенә йәшәргә тигән теләк тыуҙы тәүҙә. Шул ваҡытта яҡындарым, коллегаларым, әхирәттәрем ярҙамға килде, улар миңә рухи терәк булды. Шулай итеп, үҙемдә ҡайғынан башымды күтәрергә көс таптым һәм ауылда махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам итеү эшен ойошторорға тотондом. Халыҡ та эштең кәрәклеген аңланы. Хәҙер был йәһәттән бик дәррәү эш алып барыла. Госпиталдәге яралыларға мендәрҙәр тегеүҙән башлап киттем һалдаттарға ярҙамды. Маскировка селтәрҙәрен үреү ҙә яйға һалынды. Райондан гуманитар ылау оҙатылған һайын күпләп яугирҙәргә ярҙам ебәрә инек һәм әле лә эш туҡталғаны юҡ, – тип һөйләп алып китте оло йөрәкле ҡатын.
Гүзәлиә ханыма социаль координатор бурысы йөкмәтелһә лә, ауылдағылар менән бәйләнеш өҙөлмәгән. Ауылдаштарының клубҡа йыйылып башҡарылған эштәре тураһында шул тиклем мауығып, һалдаттарға ярҙам итә алғандарына шатланып һөйләне.
Районда уға социаль координатор вазифаһын башҡарыуға ышанысын белдергәс, тәүәккәл ҡатын уға ең һыҙғанып тотона. Уның ни тиклем яуаплы, ауыр булыуын да аңлап тора.
– Махсус – хәрби операциялағы яугирҙәр, уларҙың ғаиләләре менән шул тиклем ҙур эш алып барабыҙ. Медицина яғынан ярҙам кәрәк булһынмы, шифаханаға барырғамы – бер һорау ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Махсус хәрби операцияла улдары, ирҙәре һәләк булғандар күҙ уңынан ысҡынмай. Кемдең һыуы туңған, кемдең газы һүнгән, ғөмүмән, төрлө һорауҙар менән киләләр һәм уларҙың береһен дә кире ҡаҡҡаныбыҙ юҡ. Беҙҙең эштә кешенең ҡайғыһын аңлай белергә лә, шул уҡ ваҡытта юридик белем дә кәрәк. Шул тиклем күп рәхмәт һүҙҙәре ишетәм халыҡтан, – ти әңгәмәсем.
Гүзәлиә ханым менән яугир улы тураһында ла һөйләштек.
– Улым төрлө яҡлап һәләтле булып үҫте. Әле лә иҫтә, 3-сө класта уҡығанда ватылған будильникты йүнәтеп ҡуйғайны. Мәктәптә математиканан да көслө булды. Китап уҡырға ла яратты, бигерәк тә тарихи китаптарҙы мауығып уҡыны, тарих менән төптән ҡыҙыҡһынды. “Илнур дәрестә шундай сетерекле һорауҙар бирә”, – ти торғайны уҡытыусылары. Оҙон буйлы, һоҡланып ҡарап торорлоҡ егет ине. Спорт менән дә дуҫ булды. Саңғыла шәп йөрөнө, – әсәнең хәтирәләре үҙенән-үҙе күңелдән урғыла.
Күңелендәге патриотизм тойғоһо уны махсус хәрби операцияға әйҙәй.
Бында ла һынатмай Ҡыңғыр-Мәнәүез егете. Тәүҙә “Батырлыҡ” ордены, һәләк булғас, Шайморатов ордены менән бүләкләнә.
Тормош шулай... Батырҙың ғүмере был донъяла оҙон булмай, ләкин яҡындарының, яҡташтарының күңелендә ул мәңге йәшәй.
Гүзәлиә ханым һымаҡ илебеҙ ҡалҡаны булырлыҡ көслө улдар үҫтергән әсәйҙәр алдында баш эйәбеҙ.
Фотолар: авторҙыҡы һәм шәхси альбомдан.
bashgazet.ru