Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Март , 22:34

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә!

Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йыл яҡшы була...

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә!
Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә!

Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.

Март - марттың көнө шарт .

Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.

Мартта йылы булһа, яҙ һалҡын, елле була.

 
Мартта көн менән төн тиңләшә.

Мартта шарт та шорт, апрелдә апырыр ҙа шапырыр.

Марттың берендә аяҙ булһа, яҙ буйы аяҙ була.

Марттың егерме бишендә һыу ҡатһа, бер аҙналыҡ юлға сыҡ. Марттың шартын апрель сығарыр.

 Март сыҡмай – дәрт сыҡмай.

Март берендә аяҙлыҡ – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ.

Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға эреп инһә, бер айҙан ҡар китер.

Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр; Көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр.

2 март болоттар тиҙ йөҙһә, аҙна-ун көн матур, аяҙ һауа торошоы көтөгөҙ.

4 мартта буран булып, көрттәр хасил булһа, йәшелсә уңыр.

7 мартта күк йөҙө аяҙ булып та, ҡояш бик сығырға теләмәһә, һауа торошо боҙолор.

8 мартта ҡар төшһә, 8 апрелдә һыуыҡ булыр.
Әгәр был көн ҡоро икән, 8 апрелгә ямғыр көтөгөҙ.

9 мартта ҡар яуһа, апрель дә шундай уҡ булыр.

12 мартта – йылы яҡтан иҫкән ел һәм тамсы тамыу – йылы йәйгә ишара.

13 март көндө ямғыр яуһа, йәй еүеш килер. Түбәләрҙә ҡар ирей башлаһа, тиҙҙән буран булыр.

14 март ниндәй – йәй шундай.

15 март көндө буран йәки ел булһа, йәшел үләндәр баш төртөүен тиҙ генә көтмәгеҙ.

17 март – ҡара ҡарғалар элекке ояларына килһә, яҙ иртә килер, һыуҙар тиҙ китеп бөтөр.

18 мартта ала ҡарғалар төнъяҡҡа ҡарап оялаһа һәм ҡарҡылдашһа – көндәр һыуыта.

19 мартта тумыртҡалар туҡылдаһа, һыуыҡтар оҙаҡ дауам итә.

20 мартта ҡояш байығанда күк йөҙө ҡыҙғылт төҫкә керһә – ел көсәйә.

21 март көндө һабантурғайҙар килһә, яҙ килеп етте тигән һүҙ.

22 март йылы булһа, 40 көн йылы торор, был көн һыуыҡ булһа, 40 көнгә һуҙылған һыуыҡтар көтөгөҙ.

23 март көндө ала ҡарға томшоғон ҡанат аҫтына йәшерһә – һыуыта.

24 март ала ҡарғалар тауышланып йөрөһә, һауа торошо боҙола.

25 март көндө ямғыр яуһа, арыш уңа. Ала ҡарғалар ерҙән йәки ҡарҙан йөрөһә – көндәр йылыта.
27 мартта ҡар ҡояш йылыһынан иреһә – уңышлы йыл булыр, ямғыр яуып иреһә – ҡоролоҡ.

28 мартта аксарлаҡтар осоп килһә, апрель йәй кеүек булыр.

29 март ниндәй – апрель шундай.

30 мартта торналар килһә, кинәт йылыта. Гөрләүектәр аға башлаһа, йылғалар ташыу ҙа оҙаҡ көттөрмәҫ.

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә!
Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә!
Автор:
Читайте нас