4 мартта Башҡортостандың баш ҡалаһында сиреналар яңғырай. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов һүҙҙәренсә, ҡотҡарыусылар иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем хәбәр итеү системаһын тикшерә.
«Сиреналар өс минутҡа тиклем ҡабыҙыла, шулай уҡ, телевидение һәм радио каналдары аша хәбәр таратыла», — тип белдерҙе дәүләт комитеты етәксеһе республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә.
Шул уҡ көндә Өфөлә тәүге тапҡыр граждандарға хәбәр итеү өсөн «аҡыллы домофондар» ҡулланыла. Бер үк ваҡытта 12 меңдән ашыу ишек асыла.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡалала һәм республикала йәшәүселәрҙең барыһына хәбәр еткереү, ә муниципаль властарға күнекмәләрҙе аныҡ итеп башҡарыу бурысын йөкмәтте.