

Кәңәшмә барышында көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде: «Орлята России башланғыс кластары өсөн социаль әүҙемлек программаһы буйынса эш; тәрбиә мөхите буйынса мониторингты тултырыу; "Тәрбиә мөхитен үҫтереү мониторингы үҙәге"платформаһында тәрбиә киңлектәре буйынса мәғлүмәт урынлаштырыу; ата-әсәләр чаттарын күҙәтеү. Сараға "Беренселәр хәрәкәтенең" урындағы белгестәре саҡырылғайны. Улар үҙҙәренең эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
Кәңәшмәнең йомғаҡлау өлөшөндә директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе Эльвира Сөләймәнова (Бишбүләк 1-cе урта мәктәбе) оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Сөләймәнова Эльвира «Росдетцентр» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы исеменән Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
https://vk.com/public210652587