Петуниялар шытып сыҡҡандан һуң, өс ай үткәс сәскә ата башлайҙар. Мартта сәсһәгеҙ, июндә, ҡырау төшмәй башлағас, урамға сығара алаһыҙ. Шәхси йортта йәшәгән кешегә иртәрәк утыртһа ла була. Теләһә ҡайһы ваҡытта өҫтөн ҡапларға мөмкин йәки көршәктә (башҡа һауыттарҙа) булһа, өйгә керетеп торорға мөмкин.
Ә бына баҡсалары эргәлә булмағандарға март айында ултыртыу яҡшы. Орлоҡтарҙы айырым торфяной таблеткаларға ла, бер һауытҡа ла сәсергә була. Торфяной таблеткаларга сәскәнен пикировать итәһе булмай инде. Тегеләрен һирәкләтергә кәрәк.
Торфяной таблеткаларға сәсергә уйлаһағыҙ, 4 см диаметрлыларын алығыҙ. Уларҙы тәрән һауытҡа ҡуйып, өҫтәренә күмелгәнсе һыу һалырға кәрәк. 30 минут тирәһендә улар шул һыуҙы һеңдереп зураялар. Унан һуң ҡалған һыуын түгегеҙ. Зубочистка менән икешәр орлоҡ һалығыҙ шуға. Артабан өҫтөн пленка менән ҡаплап ҡуйығыҙ.
Әгәр инде бөтәһен бер һауытҡа сәсһәгеҙ, күпме орлоҡ төшкәнен күреү өсөн тәүҙә тупраҡ өҫтөнә ҡар һалығыҙ. Ҡуйыраҡ төшкәндәрен зубочистка менән таратып ебәрегеҙ. Орлоҡтарҙы батырмағыҙ. Улар үҙҙәре аҫҡа китә. Сәскәндән һуң өҫтөнә пленка ҡаплағыҙ.
Үҫентеләр 20-25 градус йылы, яҡты урында торорға тейеш. Ерен пульверизатор менән генә сылатып торорга кәрәк. Тишелеп сыҡҡас, беренсе тапҡыр пленкаһын асып, көнөнә ике мәртәбә 10 минут тирәһе елләтергә кәрәк. Икенсе көндә 20 минут. Шулай көн һайын ваҡытын күбәйтеп елләтегеҙ.
Һыуҙы төптәренә шприц менән генә тамығығыҙ. Артык һыу һибеү ярамай. Ере сама менән дымлы торорға тейеш. Инде үҫеп баштары пленкаға тейә башлағас, пленканы алығыҙ. Күп итеп шытып сыҡҡандарын пинцет менән һирәкләгеҙ. Үҫентеләр 3-4 см самаһы күтәрелгәс, пикировать итегеҙ 1.5 ай үткәс үҙәген киҫергә кәрәк (нисек дөрөҫ киҫәһен рәсемдән карағыҙ). Үҙәген киҫкәс тармаҡлана башлай. Тармаҡтары 9 см тирәһе үҫкәс, уларҙың да осон киҫегеҙ. Шул саҡта петунияларығыҙ ҡуйы һәм матур буласаҡ.
Баҡсасылар һәм гөлдәр яратыусылар төркөмөнән.